Осрашыуҙың икенсе өлөшө күргәҙмә менән танышыу булды. Әңгәмә барышында һәр боронғо әйберҙең ҡулланылышы тураһында мәғлүмәт еткерелде. Клуб мөдире ауылдың оло кешеләренән уларҙы йыйып алыуын һәм ҡәҙерләп һаҡлауын әйтте. Бөтәһе лә ихлас тыңланы, һорауҙар бирҙе, ҡыҙыҡһынғандары көнкүреш ҡоралдарын тотоп-тотоп ҡараны, ғәжәп итте.
— Был әйберҙәрҙе хәҙерге көндә тик музейҙарҙа һәм байрамда, һабантуйҙа ҡоролған тирмәләр янында күрергә мөмкин. Атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған изге ҡомартҡылар — тарихи үткәндәребеҙ, - тине Маргарита Дамир ҡыҙы.
Миләүшә Бәширова.