Инйәр
+20 °С
Облачно
Новости
7 Июля , 04:47

“Тулҡындарҙай ярһыу йәшлегенең, хәтирәләр һандығын асып

Бибинур Ишкинова  —  үҫмер сағынан  һуғыш йылдарының бар  михнәттәрен, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған тыл хеҙмәткәре.

“Тулҡындарҙай ярһыу йәшлегенең, хәтирәләр һандығын асып“Тулҡындарҙай ярһыу йәшлегенең, хәтирәләр һандығын асып
“Тулҡындарҙай ярһыу йәшлегенең, хәтирәләр һандығын асып

Ул  1928 йылда Белорет районы  Ғәбдүк ауылында тыуа. Ата-әсәһе йәшләй вафат булғас,  өс йәшендә етем ҡалған ҡыҙҙы һәм ағаһын өләсәһе, атаһының инәһе тәрбиәләп үҫтерә. Ағаһы 15-е тулыу менән Белоретҡа  ФЗО-ға уҡырға китә. 13 йәшлек Бибинур тиҙҙән  Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын ишетә. Замандың ауырлыҡтарын бала-саға, ҡарттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар  күтәрә. Коллектив хужалыҡ артелендә эшләп, ҡулдары һөйәлләнеп бөтә. Туйғансы йоҡо ла тәтемәй уға. Етәкселек ҡайҙа ҡуша, ниндәй эш башҡарырға кәрәк, бергә-бергә бөтәһен дә үтәргә тырышалар. Аслыҡтан күп кеше ҡырыла. Урманда үләндәр,  төрлө еләк, бәшмәктәр, имән сәтләүеге йыйып туҡланыу бер сама хәлде еңеләйтһә лә, көс еткеһеҙ хеҙмәттә бирешкәндәр ҙә була. Икмәкте  500 грамм ғына биргәндәр.

—  Әлдә һыйырыбыҙ булды,  аҡтан айырманы, шөкөр. Ауылда ул саҡта мал барлығы байлыҡҡа тиң ине. Ҡасан еңеү килер тип,  тилмерешеп көттөк. Хат ташыусы күренгән һайын,  яҡшы хәбәр ишетергә өмөтләндек,- ти  Бибинур Хәйризаман ҡыҙы.

Ҡарағай ауылы — уның ғүмерлек яҙмышы. Унда үткән бөтә ҡыйынлыҡтар, шатлыҡлы-бәхетле мәлдәре менән бер рәттән  фажиғәле хәлдәр ҙә күңелендә һаҡлана. 21 йәшендә Ғизулла Ғиззәтулла улына кейәүгә сыға. Туғыҙ бала (дүрт улы, биш ҡыҙы) донъяларына йәм, күңелле мәшәҡәттәр өҫтәй. Ғәзиздәре хәҙер  төрлө яҡҡа таралышҡан: Архангел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Воронеж. Шулай ҙа ғаилә ептәре ныҡлы,  әсәйҙең йылы ҡосағы  балаларын һәр ваҡыт  үҙенә тарта. 98 йәшлек Бибинур Ишкинованың 17 ейән-ейәнсәре, 28 бүләһе, 2 бүләсәре бар.

Бибинур инәй йырсы ла икән, уның тауышы  шишмә сылтырағандай тойола.

— Элек бик күп  белә инем. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын оҡшаттым.  Хәрби темаға арналғандарын тыңлағанда күңелем тулып  китә. Сөнки үткәндәрем  хәтеремде  яңырта. Ҡыуаныслы минуттарҙа төрлө таҡмаҡтар ҙа  иҫкә төшә.  Ҡайһы саҡта йырлап  ебәрәм. Хәҙерге йәшәйеш ожмахтай, беҙ күргән-кисергәнде Хоҙайым бер кемгә лә күрһәтмәһен, афәттәр туҡтаһын, -ти күпте күргән таҙа зиһенле  оло быуын вәкиле.

Бибинур Хәйризаман ҡыҙы “Хеҙмәт ветераны” һәм юбилей миҙалдары  менән бүләкләнгән.  Оҙон ғүмерле әсәй, өләсәй, ҡәйнә  донъяға тыныслыҡ,  нәҫел дауамдарына  һәм кешеләргә бәхет, һаулыҡ теләп, балалары ҡарамағында ғүмер йомғағын һүтә.

Миләүшә Бәширова.  

Автор:Рахимов А.
Читайте нас