Инйәр
+34 °С
Ясно
Новости
7 Июля , 06:58

Сәстәр ағарһа ла, йәшлек дәрте, ижад өсөн кәрәк кешегә

  Йорт янында ағас тамырҙары  бер рәткә ҡуйылған. Һәр береһе матурлап таҙартылып, буялған. Миләш ағасы янындағыһы  өҫтәл кеүек, әйләндерһәң, төрлө яҡҡа тырпайған ботаҡтары әкиәти  образды кәүҙәләндерә. Алғараҡ үтеүгә тағы ла күберәк табыштар  уңған хужабикә ҡулдары тейеүен көтөп урын алған. Быларға ғәжәп итеп ҡарауыма Фатима Мәзитова күренде. Соланда ла шулай уҡ  йылға буйындағы ҡороған ағас төбөнән табылған тамырҙарҙан яһалған өҫтәл, табурет һәм стеналағы картиналар  ҡарашты йәлеп итә. 

Сәстәр ағарһа ла, йәшлек дәрте, ижад өсөн кәрәк кешегәСәстәр ағарһа ла, йәшлек дәрте, ижад өсөн кәрәк кешегә
Сәстәр ағарһа ла, йәшлек дәрте, ижад өсөн кәрәк кешегә

   Фатима Шәйхетдин ҡыҙының төрлө юҫыҡтағы эштәренә хайран ҡалып,  өйөлөп ятҡан рамкаларҙы, ике яҡтағы  иҫ киткес ҙур  тамыр араһындағы  сәғәттәргә, китаптарына күҙ һалам. Хаҡлы ялдағы  78  йәшлек ханымдың  шундай  ихласлыҡ менән  яратҡан шөғөлө тураһында һөйләүен тыңлап, һоҡланыуым артҡандан-арта.  Һүрәттәрендә — әкиәт персонаждары, ҡоралай, йылға, тауҙар... Ҡыҫҡаһы, тәбиғәткә ғашиҡ  мәҡәлә геройының  оҫта ҡулдары  тыуҙырған ижад емештәре кемдәрҙе генә әсир итмәй! Сигеү, туҙ, һалам, буяуҙар ҡулланылған сәнғәт әҫәрҙәренә торошло барыһы ла йондоҙло минуттарҙы көтә, моғайын. Күптән уларҙы халыҡ иғтибарына сығарырға ваҡыт, тигән уй тыуа. Шиғырҙар ҙа яҙа ул. Һәр береһендә —  күңел кисерештәре, йөрәк тауышы.

—Родинскийҙа тыуып үҫтем. Русса уҡығас, шиғырҙарҙы ошо телдә яҙам. Тәбиғәт балаһы бит беҙ, йылға буйҙарына төшһәм,  ағас тамырҙары күреп, уларҙы йыйып алып ҡайтам, йыуып, матурлап, лаклағас, өйҙә  һәм урамда  йәтешләп урынлаштырам. Бер мәл Мәскәүҙән һәм Өфөнән килделәр, интервью алып, ҡыҙыҡһынып төрлө һорауҙар бирҙеләр. Йыл да һабантуйындағы күргәҙмәгә  әйберҙәремде һорайҙар, - тип үткәндәрен иҫкә төшөрҙө.

     Фатима Шәйхетдин ҡыҙы байрам һәм бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Тик ултырыу хас түгел  уға,  ижади өлгөләрен моңло көйҙәр йә йырҙар оҙатыуында  “тик-ток”ка һала. Хәҙере заман технологияларын да үҙләштергән. Ҡул эштәре менән булыу уға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ килтерә. Башкөллө шиғриәт, мәҙәниәт, дизайн донъяһынан йәм табып, йәшнәп  йәшәй бөгөн. Ҡайһы бер пенсионерҙар  көндө-көнгә, төндө-төнгә ялғап,  зәңгәр экран янында “һабынлы-күбекле” сериалдарҙың дауамын көтөп, йә әхирәттәре менән гәп һатып, ваҡытын әрәмгә үткәрһә,  Фатима Шәйхетдин ҡыҙында  нисәмә хобби, уның кеүектәр һирәк.

 — Ҡыҙым һәм улым  өйөмә газ үткәреүҙә ярҙамлашты, рәхмәт яуғыры. Ремонт та башларға ине. Һүрәттәргә бер иштән рамдар һатып алырға  кәрәк. Барыһы ла шул финанс яҡҡа барып төртөлә. Шәхси күргәҙмә асыу  ниәтем тормошҡа ашырмы? Әлегә  булғандарын яйлап тәртипкә килтерәм. Үҙем генә өлгөрә алмайым, ярҙам итеүселәр булғанда һәйбәт тә бит. Ана урамдағы  тамыр-томорҙо эшкәртәһе бар,- тип мәшәҡәттәре тураһында бәйән итте Фатима  апай.

Йәмле  май иртәһендә Баҡалдыла йәшәүсе шағирә, рәссам, дизайнер, йырсы, үҙенсәлекле шәхес Фәтима Шәйхетдин ҡыҙы менән осрашыу мөмкинлеге тейеүенә  ифрат ҡыуанып ҡайттым.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас