Инйәр
+20 °С
Облачно
Новости
7 Июля , 04:45

Һәр миҙгелдә уны күрһәң, мәңге китмәй күңелдән

Өфө—Башҡортостандың баш ҡалаһы. Илебеҙҙеңиҡтисади, мәҙәни, фәнни һәм спорт үҙәктәренең береһе. Ул Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған ерҙә,гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. 

Ҡала төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән  заманса мегаполис, тарихи урындар менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәлеп итә.Өфөгә  1574 йылда нигеҙ һалынған.Башҡорт ерҙәрен һаҡлау маҡсатында бында Өфө  кремле —ағас ҡәлғә төҙөлә.Быуаттар буйы ҡала үҫешә, сауҙа үҙәгенә әүерелә.1922 йылдан алып ул Башҡортостан Республикаһының рәсми баш ҡалаһы статусын йөрөтә. Тарихи үткәндәр һәм заман архитектураһы ҡалаға күркәм төҫ бирә. Халыҡ араһында  Өфөнөң “өс шөрөп”  йәки “өс таблетка” тигән шаян ҡушамат алыуы билдәле. Был яҙыу ҡаланың үҙенә күрә үҙенсәлекле брендына әйләнеп, туристар өсөн сағыу билдә булып тора.

Иҫтәлекле урындары: монументаль һәйкәлдәре, йәшел парктары, төп символы — данлыҡлы Салауат Юлаев һәйкәле, Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыу уңайынантөҙөлгән  Дуҫлыҡ монументы,  мөһабәт “Ләлә-Тюльпан” мәсете, Арт-Квадрат ҡоролмаһы һәм башҡалар. Мәҙәни майҙансыҡтарҙа төрлө күргәҙмәләр, фестивалдәр, ижади осрашыуҙар, концерттар,байрамдар, бәйгеләр уҙғарыла. Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында йәшеллек майҙаны буйынса Өфө алдынғы урынды биләй. Бынан тыш, ул илебеҙҙең иң киң һәм бер нисә саҡрымға һуҙылған ҡалалар исемлегенә инә.

Бөгөн Өфө — төрлө милләт һәм дин вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәгән, үҙенең ҡунаҡсыллығы менән донъяға танылған  матур ҡала.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас