

Был көндө иң тулҡынландырғысы — МХО яугирҙәренең әсәләренә миҙал тапшырыу булды: Сәриә Морсалова һәм Маһира Хөснөтдинова Ватанды һаҡлаусы илһөйәр улдар үҫтергән.
Бөтә эштәргә нөктә ҡуйылғас, сәй табыны янына йыйылдыҡ. Зилфирә Ғәлләмованың гармун көйҙәрен тыңлап, дәртле йырҙарына ҡушылып, күңел астыҡ. Бындай осрашыуҙар, өмәләр беҙҙе берләштерә, Тыуған илебеҙгә һөйөү хистәрен арттыра.
Шәп яңылыҡ барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы, сөнки элек сылтырап аҡҡан шишмәне ҡалҡып торған торба ғына хәтерләтте, унда тимер-бетон ҡулса ҡуйылғайны. Хәҙер иһә йыраҡтан үк башы ябылған изге ер үҙенә әйҙәп тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл йәме! Яҡшы уйҙар менән килгәндәр саф һыуын тәмләүҙән ҡәнәғәт ҡаласаҡ.
Люциә Моратова.
Белорет районы.