

Йәмле йәйҙең ҡояшлы иртәһе барыһын да Архангел ауылы янындаҫы Имәнлек яланына әйҙәне. Еңел машиналар, автобустар бер-бер артлы һабантуй уҙғарыласаҡ урынға йүнәлде. Көн бер аҙ болотлап торһа ла, күңелдәрҙә шатлыҡ һәм йәшлек дәрте байрам кәйефен боҙманы.
Алыҫтан уҡ ауыл биләмәләренең тирмәләре (Архангел, Арх-Латыш, Абҙан, Липовка, Баҡалды, Ырныҡшы, Инйәр, Ҡыҙыл-Көрт, Ҡыҙыл Еҙем, Оҙондар) халыҡ иғтибарын йәлеп итте. Боронғолоҡто сағылдырыусы әйберҙәр һәр тирмәлә түрҙән урын алған. Бында нимә генә юҡ! Быуат, йылдар үтеү менән юғалмай һаҡланған ҡомартҡылар янында райондаштар фотоға төшөп, тирмәләрҙең эсендә урынлаштырылған өй йыһаздары һәм сигелгән ашъяулыҡ, мендәр тыштары, сәңгелдәк, мул табын ҡоролоуын ҡарап сығыусылар бихисап булғандыр.
Мауыҡтырғыс аттракциондар, батуттар, техникала елеү, каруселдәрҙә бәүелеү, пони аттарында һыбай йөрөү, шулай уҡ лотерея уйындарында бәхетеңде һынап ҡарау, ян-яҡҡа өйөрөлгән шарҙарҙы эләктереүҙән мәрәкә табыу, көрәш майҙанында көс һынап ҡарау мөмкинлеге, бәүелгән бүрәнә буйлап атлау, тәмлекәстәрҙән ауыҙ итеү — барыһы ла балаларҙың күңелдәрен күреү маҡсатында ойошторолоуына ата-әсәләр ҡыуанмай ҡалмағандыр.
Татьяна Юлметова — Красноусолдан. Район үҙәгендәге “Перәник йорто”нан, ул һәр кемде үҙенә тартып тора икән, бөгөн оҫталыҡ дәресе тәҡдим итмәксе. Бешкән татлы аҙыҡтарҙы биҙәргә бөтә ҡулланмалар ҙа әҙер, ҡатнашырға теләгең генә булһын.
Гөлдәр Яҡшымбәтова янынан кеше өҙөлмәй: ҡустыһы Рәсил менән бергә өс “Д” принтер ярҙамында биҙәүестәрҙең төрлөһөн яһай. Алҡалар, сулпылар, тәңкәле балдаҡтар, брелоктар күҙ яуын ала.
Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан бер айлыҡ сабыйҙары менән Гөлзирә Һәм Мостафа Ғәббәсовтар килеп еткән. Йәш ғаиләнең шөғөлдәре маҡтауға лайыҡ. Аҡ шыршы майы, һабын, үлән сәйҙәре һәм башҡа төрлө файҙалы аҙыҡ-түлек һатты улар.
Сик-йылғанан Эльвира һәм Денис Меркуловтар башта район гәзитенә яҙылғандан һуң, үҙҙәренең палаткаһына саҡырҙы. Эшһөйәрҙәр үҙ питомнигында айыу баланы үҫтерә, май аҙағында өлгөргән 100 килограмм емеште күптән түгел баш ҡалаға оҙатҡандар. Төрлө ҙурлыҡтағы пластик һауыттарҙағы татлыҡайҙың сорттары һәм ҡыуаҡты үҫтереү серҙәре хаҡында ла белергә тырышты ҡайһы берәүҙәр.
Иглиндән Татьяна Афлитунова — халыҡ кәсептәре оҫтаһы. Уның өҫтәлендә сувенирҙар, ҡурсаҡтар урын алған. Ханым Рәсәй кимәлендәге конкурста Гран-при яулауға ла өлгәшкән. Уға еңеүҙе, жюри тарафынан юғары баһаланып, стилләштерелгән “Гүзәл” башҡорт ҡыҙы статуэткаһы килтергән.
Мәктәп уҡыусылары ла кәсепселәрҙән ҡалышмай, бала саҡтан хеҙмәт тәрбиәһен аңына һеңдереп, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Уларҙың төҫлө ептәрҙән үрелгән беләҙектәрен, билбауҙарын, башҡа төр ҡул эштәрен һатыуға сығарыуҙары хуп, әлбиттә.
Тирә-яҡҡа йыр-моң яңғырай. Рәсми өлөш башланғанын көтөп кешеләр бер-береһе менән аралаша, күптән күрешмәгән таныштар, дуҫтар ҡосаҡлаша, хәл белешә.
Һабантуйҙың төп символы — байраҡты күтәреү хеҙмәт алдынғылары — А.Х.Сабитов крәҫтиән-фермер хужалығының зоотехнигы Василий Баландинға һәм “Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалының Архангел бүлексәһе тракторсы-машинисы Алексей Антипинға бирелде.
Ҡунаҡтарҙы, архангелдәрҙе, ауыл хужалығы эшсәндәрен, шәхси эшҡыуарҙарҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Сәйетғәлин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, муниципаль район Советы рәйесе Леонид Семенчук, Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған биологы Эрнст Юлбарисов сәләмләне һәм ҡыҫҡаса телмәр тотто. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт учреждениеһы белгесе Ғәзимә Иштуғанова, яҡташыбыҙ Наилә Ғәләүетдинова һәм башҡалар бар ине.
Рәсми өлөш тамамланғандан һуң, ҡунаҡтар тирмәләр ҡарап сыҡты, һәр береһендә туҡталып, ҡымыҙ, бауырһаҡтан ауыҙ итте, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ишетеп, ихлас аралашты.
Йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр, балалар коллективының, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле, “Таволга”, “Заряница”төркөмдәренең, Өфөнән ҡайтҡан Заһир Ғәниев, Радмир Хәсәнов, Таһир Ғәниев һәм башҡаларҙың сығыштары күңелдәргә ялҡын өҫтәп, рухландырҙы.
Ә инде тирмәләр биҙәлеше һәм сағыулығы менән айырылып торҙо. Һәр береһе үҙенсәлекле көнкүреш әйберҙәре менән тулы ине: һауыт-һаба, сигеүле таҫтамалдар, һуғылған балаҫтар, ҡорамалар, һандыҡ, кырандас, бишек, йәнлек тиреләре, һунар ҡоралдары, ҡош һындары, ситән, көйәнтә, биҙрә, милли кейемдәр —һәммәһе лә һушты алырлыҡ! Ауыл биләмәләре мөһим байрамға ныҡлы әҙерләнгән һәм жюри тарафынан тейешле баһа алды.
“Иң яҡшы милли тирмә”лә:
1-се урынды абҙандар биләне, 2-се — баҡалдылар, 3-сө — ҡыҙыл еҙемдәр.
“Иң матур ихата”: Арх-Латыш ауылыныҡына етеүсе булманы, 2-селә — тәүәкәстәр һәм Ҡыҙыл-Көрт, 3-сө — Орловка— Ырныҡшы.
“Тирмә эсендәге иң күркәм мөйөш”:
1-се — Липовка, 2-се — Инйәр, 3-сө —Оҙондар.
Бынан тыш “Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алыу” буйынса Ҡыҙыл Еҙем уңғандары, “Ҡунаҡсыл тирмә”лә — Арх-Латыш, “Милли кейемдәр”ҙә Инйәр билдәләнде.
Хеҙмәт дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамы райондаштарҙы ғына түгел, ситтән ҡайтыусы туғандарҙы, дуҫ-иштәрҙе һәм таныштарҙы бергә тупланы. Һәр йылдағыса һабантуй һәр кем йөрәген һөйөүгә сорнап, яҡты иҫтәлектәр, күңелле минуттар бүләк итте.
Фәүзиә Мағазова, Тәүәкәс ауылы: “91 йәштәмен, ҡартайҙым тип, өйҙә ултырмайым, йыл һайын һабантуйға ҡыҙҙарым Әлфиә һәм Гөлфиә менән киләм. Барыһы ла оҡшай. Көн дә бик матур. Аралашыу күңелемә ҡыуаныс ҡына бирә. “Инйәр” гәзите менән дә дуҫлығым өҙөлгәне юҡ. Элек “Осҡон, “Ильич байрағы” алдырҙым, хәҙер “Инйәр”ҙе яратып уҡыйым, көтөп алам”.
Әлиә һәм Фәрит Зәйнуллиндар: ”Күңелебеҙ күтәренке, һабантуй буласағын ишетеп, Өфөнән ҡайттыҡ. Уйыбыҙ — ир-егетәр көрәшен, ат сабышын ҡарау. Шулай уҡ концерт башланғанын көтәбеҙ. Дуҫыбыҙ Рәдиф Хужаев йырларға тейеш. Байрам,әлбиттә, ыңғай тәъҫораттар ҡалдырҙы”.