

Башҡортостанда Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы үҙенең 110 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Райондың РайПоһы ла республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ Архангел РайПоһы етәксеһе Айрат Мортазинға мөрәжәғәт иттек.
— Айрат Нәжип улы, кооперация — социаль йүнәлештәге ойошма, уның эшмәкәрлеге тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
— Был хаҡта бик күп һөйләргә була. Сөнки ҡулланыусылар йәмғиәте эшселәре халыҡты аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар менән хеҙмәтләндереүҙә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Шулай уҡ ике автолавка 18 ауылға йөрөп, йыраҡта йәшәгән райондаштар хаҡында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, Үрге Ләмәз район үҙәгенән бик алыҫта урынлашҡан. Райпоның оҙайлы йылдар буйы ауылдағыларға ярҙам итеүен билдәләмәй булмай. Унда байтаҡ йылдар Фәзилә Андреева эшләй.
— Ауырлыҡтарға ҡарамай тырышаһығыҙ, һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә?
— Һәр етәксе үҙ алдына маҡсат ҡуя, хәҙерге заманға яраҡлашырға тура килә, әлбиттә. Минең өсөн иң мөһиме — предриятиеның эшен яйға һалыу. Бының өсөн, тәү сиратта, яуаплылыҡ тойоу. Супермаркеттар, кафелар, сауҙа нөктәләре, төрлө магазиндар бихисап, көнәркәшлек ҡулайлаштыра, ә шулай ҙа РайПоның үҙ йөҙө, уңыш-ҡаҙаныштары, үҙ һатып алыусылары бар. Бөтәһе 10 сауҙа нөктәһе, үҙәк район дауаханаһында буфет бар.
— Коллектив һәм кадрҙар тураһында нимә әйтерһегеҙ?
— Коллективыбыҙҙа башлыса өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, 70 проценттан ашыуы — пенсионерҙар һәм шулай уҡ бер нисә йылдан хаҡлы ялға сығасаҡ ханымдар, ир-егеттәр. Улар үҙ эшен яҡшы белә, ҡулдарынан килгәндең барыһын да башҡара. Тик кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Бер ауылда магазин ябылды, хеҙмәткәрҙән халыҡ та ҡәнәғәт ҡалды, шулай ҙа урынына һатыусы таба алманыҡ. Йәштәр килһен ине.
— РайПоның район тормошондағы роле ниндәй ?
— Даими ойошторолған сараларҙан һис тә ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, һабантуй, конкурстар, байрамдарға РайПо эшселәре бара һалып етә. Әйткәндәй, мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын үҙебеҙ бешергән икмәк менән тәьмин итәбеҙ.
— Хәҙерге супермакеттар, яңы асылған магазиндар кешеләрҙе йәлеп итер өсөн реклама менән генә түгел, ә башҡа яйын таба, йылы шарттар булдыра, ә һеҙҙә был тәңгәлдә нисегерәк?
— Йылылыҡ селтәре алыштырылыу сәбәпле, былтыр өс газ ҡаҙанлығы урынлаштырылды, береһе — Максим Горькийҙа, ҡалғандары район үҙәгендәге ашханала һәм дежур магазинында. Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, һәр кем көнкүреш әйберҙәре, ризыҡтар менән тулы матур, йылы һәм яҡты кибеттәрҙе күрергә теләй. Сығымдар ярайһы ғына булһа ла, Максим Горькийҙағы магазинға капиталь ремонт яһалды. Унда тауар әйләнеше лә юғары, ассортимент бай. Рәсәй сауҙа өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Инна Вассерманға килгән бере рәхмәттәрен әйтә.
— Хеҙмәткәрҙәрҙән кемдәрҙе билдәләр инегеҙ?
— РайПо магазиндарында бигерәк тә Тирәкленән Әлфинә Вахитова, Муллаҡайҙан Гүзәл Нурмөхәмәтова уңғандар, товаровед Зилә Исхаҡова, бухгалтер Нәзиә Рамазанова, водителдәр Сергей Колбин, Николай Кудряшов, ашхана директоры Нәзирә Әбдрәфиҡова намыҫлы хеҙмәт итә. Коллектив берҙәм булғанға, ойошмабыҙ көслө.
— Киләсәккә пландар?
— Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып йәшәйбеҙ. Тәүәкәстәге магазинға ремонт талап ителә. Икмәк бешереү комбинатын үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Ундағы эшселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. ”Луч” һәм дежур магазинында, шулай уҡ Заряла ағымдағы ремонт эштәре башҡарылды. Магазин селтәрҙәре, маркет-плейс, логистика үҫешкән ваҡыт әүҙемлекте алға ҡуя. Шуға күрә ҡулланыусылар йәмғиәте тотороҡлоҡто, булғанды һаҡлап, киләсәккә өмөт менән ҡулланыусылар мәнфәғәтен яҡлай. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәткәрҙәргә, ветерандарға уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Миләүшә Бәширова әңгәмәләште.