Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
2 Июля , 09:51

26 июндә ҡайһы районда нисә пар өйләнешкән?

Нефтекамалар рекорд ҡуйҙы! Шулай уҡ башҡа район һәм ҡалалар ҙа ҡалышмаған.  

26 июндә ҡайһы районда нисә пар өйләнешкән?26 июндә ҡайһы районда нисә пар өйләнешкән?
26 июндә ҡайһы районда нисә пар өйләнешкән?

Йәштәребеҙ матур даталарҙы ярата, иҫтәлекле ваҡиғаларҙы тап ошо көндәргә планлаштырырға тырыша. 26.06.26 датаһы ла уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бығаса булмағанса никахлашыусыларҙың күп булыуы шаҡ ҡатырғыс хәл! Шатланабыҙ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ: республикала матур датала 712 пар никахлашты.

Нефтекама ҡалаһының ЗАГС бүлеге рекорд ҡуйҙы, бында бер көндә 24 пар никахҡа инде. Икенсе урында – Шишмә районы, 23 пар өйләнеште. Өсөнсө почетлы урынды Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районы бүлеште (21 пар). Әлшәй районы һәм Өфө ҡалаһының Киров районы ла ҡалышмаған, уларҙа 20 пар сәстәрен сәскә бәйләгән. Әбйәлил һәм Күгәрсен райондарында 19 парҙың никахын теркәгәндәр.

Был һандарҙың артында – тормош юлынан бергә үтергә вәғәҙә биргән ике йәш йөрәктең тарихы, бәхетле ғаилә яҙмышы. Ысын күңелдән һеҙгә икһеҙ-сикһеҙ бәхет, именлек, хөрмәт һәм мөхәббәт теләйбеҙ, йәштәр!

Фото: Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан  дәүләт комитеты. 

https://bashgazet.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/2026-07-02/26-iyund-ay-y-rayonda-nis-par-yl-neshk-n-4739325 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас