Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
1 Июля , 11:01

Дәүләт ярҙамына таянып

2026 йылдың 1 июненә ҡарата төбәктең 18 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына 83,2 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. 

Дәүләт ярҙамына таяныпДәүләт ярҙамына таянып
Дәүләт ярҙамына таянып

Төбәк лизинг компанияһы, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Өфө эшҡыуары Сергей Яковлевҡа бункеровоз алыуҙа ярҙам күрһәтте. Яңы техника төҙөлөш сүп-сарын сығарыу күләмен 30 процентҡа  һәм йыллыҡ табышты 13,7 миллион һумға арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Техниканың дөйөм хаҡы - 4,97 миллион һум. Лизинг килешеүе буйынса финанслау – 3, 976 миллион һум.

– Лизинг ҙур средстволар һалмайынса  техниканы яңыртырға мөмкинлек бирә. Был  юғары конкуренция шарттарында эшләүсе бәләкәй һәм урта бизнес өсөн мөһим. 2026 йылдың 1 июненә ҡарата төбәктең 18 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына 83,2 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Төбәк эшҡыуарҙары 32 берәмек  техника һәм ҡорамал алды, – тигән аңлатма бирҙе эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Төбәк лизинг компанияһы әүҙем рәүештә производствоны яңыртыуға һәм бизнестың яңы йүнәлештәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән  льготалы лизинг схемалары индерә. Дәүләт ҡатнашлығында эшләгән төбәк лизинг компаниялары Рәсәйҙең бер нисә генә субъектында бар.

– Заманса бункеровоз алыу беҙгә иҫке техниканы өлөшләтә яңыртырға һәм конкуренцияға һәләтлекте арттырырға, сервис сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Лизингты файҙаланыу автопаркты  ҙур капиталь һалыуҙарһыҙ яңыртырға ярҙам итте, – тине эшҡыуар Сергей Яковлев.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Уның маҡсаты –иҡтисадты, финанс баҙарын, конкурентлыҡты, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас