Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Июнь , 18:08

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булды

2026 йылдың 24 июнендә Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте. Күләмле балалар форумы Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арнала һәм «Халыҡ ижады — балаларға»программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сара Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт Министрлығы булышлығында үтә. Ул илдең 78 төбәгенән 85 ижади коллективты берләштерҙе. 

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булдыIII Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булды
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тәүге көнө сағыу булды

Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар...

Бөгөн III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә  Рәсәйҙең 78 регионынан килгән меңдән ашыу бала әйлән-бәйлән уйнаны. Был  иҫ киткес ҙур һәм масштаблы сара шул тиклем матур һәм тулҡынландырғыс булды! Балаларҙың күплегенә, сафлығына, дуҫ һәм татыулығына  һоҡланып, күҙҙән йәштәр атылып сыҡты. Был тиклем күп халыҡты майҙанға һыйҙыра алған, рәттәргә тигеҙ итеп теҙә белгән ойоштороусыларға, хореографтарға афарин тиергә генә ҡала.

Парад

Артабан ҡулға-ҡул тотошҡан балалар рәтен боҙмай ғына, парадҡа теҙелергә алып киттеләр. Барыһы ла шул тиклем ойошҡан рәүештә башҡарылды һәм тиҙ булды. Бер нисә минуттан ҙур Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар парадта үтергә әҙер ине.

Һәр региондың атамаһы яҙылған табличкалар тотҡан башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙар алдан бара, эргәһендә шул региондың флагы елберләй. Үҙ халҡының сағыу милли кейемдәрен кейгән шат йөҙлө бәхетле балалар юлдың ике яғына теҙелгән баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтарын сәләмләне. Улар илдең мәҙәни ландшафының бөтә төрлөлөгөн Калининградтан Камчаткаға тиклем, арктик территорияларҙан көньяҡ сиктәренә тиклем күрһәтте. Был иҫ киткес матур һәм сағыу тамаша булды.

Ҡатнашыусылар килеп еткәнсе, ҙур сәхнәлә мультиинструменталист Морат Татурас сығыш яһаны. Артабан фольклориадала ҡатнашыусыларҙың презентацияһы булып үтте.

Байрамды асыу тантанаһы

Тантананың төп ваҡиғаһы вокаль-хореография постановкаһы булды. Уның сюжеты «тылсымлы китап» метафораһына ҡоролған, унда Рәсәйҙең бөтә халыҡтарының әкиәттәре, легендалары һәм йырҙары тупланған. Был образ быуындан быуынға тапшырылған мәҙәни хәтерҙе һаҡлап ҡалыуҙы символлаштырҙы. Тамашасылар «Урал батыр» героик эпосы донъяһына сәйәхәт ҡылған һәм күп быуатлыҡ дуҫлыҡты һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара үтеп инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған башҡорт һәм рус риүәйәттәренең параллелдәрен күрҙе. Быуаттар дауамында улар бер-береһен байыта һәм Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлегенең нигеҙе булып тора.

Күләмле постановкала БР Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, БР дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм Т.Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы ҡатнашты. Тамашасыларҙы фольклориаданың хедлайнерҙары, республиканың популяр этник музыка башҡарыусылары — «Аy YOLA», «Хазина», «Узорица», «Zainetdin» һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Алена Завьялова менән Александр Петров сәләмләне. Уларҙың сығыштары быуындарҙың күсәгилешлеген күрһәтә.

«Берҙәм ғаиләлә»вокаль-хореографик зарисовкаһы халыҡтар дуҫлығына бағышланып,  Совет майҙанында йыйылған тамашасыларҙы рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш, удмурт, мордва һәм кавказ мәҙәниәттәренең сағыу өлгөләре менән таныштырҙы.

https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2026-06-24/iii-b-t-r-s-y-balalar-folkloriada-yny-t-ge-k-n-sa-yu-buldy-4729978 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас