Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
24 Июнь , 06:14

Яңы саҡырыуҙар ҡәтғи ҡарарҙар талап итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эксперттар берләшмәһе вәкилдәре һәм политологтар менән осрашты. Әңгәмә төплө килеп сыҡты, төрлө темалар, киҫкен мәсьәләләр күтәрелде, уңайһыҙ һорауҙар бирелде, ә яуаптар асыҡ һәм аныҡ булды. Осрашыуҙа әйтелгән мөһим фекерҙәр хаҡында «Башинформ» күҙәтеүсеһе һөйләй. 

Яңы саҡырыуҙар ҡәтғи ҡарарҙар талап итәЯңы саҡырыуҙар ҡәтғи ҡарарҙар талап итә
Яңы саҡырыуҙар ҡәтғи ҡарарҙар талап итә

Алғараҡ китеп шуны әйтергә мөмкин, эксперттар менән осрашыуҙан һуң Хәбировтың үҙен ышаныслы һәм тыныс тотоуы күңелдә айырыуса уйылып ҡалды. Уның беҙҙең уртаҡ көстәргә ышаныуы, нимәгә әҙер булырға, артыҡ шау-шыуһыҙ һәм милитаризациялауһыҙ граждандарҙы нимәгә әҙерләргә кәрәклеген аныҡ белеүе күренеп тора. Берәй хәл була ҡалһа – беҙ уға әҙер буласаҡбыҙ. Радий Фәрит улының яратҡан принцибы иҫкә төшә – иңдәреңә төшкәнде үтә, барыһы ла яҡшы булыр. Ҙур һәм ҡеүәтле төбәктең етәксеһе булараҡ, ул шулай эшләй ҙә. Һәм ауыр мәсьәләләр буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүенең сәбәптәре һәм эҙмә-эҙлелеге хаҡында осрашыуҙа һөйләне. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға кәрәклеген белгән һәм еңел булмаған лидерлыҡ бурысын атҡарырға әҙер етәксе ул. Башҡортостан иркен тын ала, илебеҙҙең терәк төбәге булып тора һәм төрлө яҡлап йылдам үҫешә. Беҙҙә ныҡлыҡ запасы ҙур, һәм аяғыбыҙҙа ныҡлы торабыҙ. «Нимә эшләргә?» тигән һорауға яуап бер – «эшләргә һәм ныҡ булырға». Беҙ барыһын да йырып сығасаҡбыҙ. Беҙ осрашыуҙа Хәбировтан ниндәйҙер иллюзия тыуҙырған һәм ялған өмөттәргә илткән матур вәғәҙәләр ишетмәнек. Шундай ҙур һәм күп милләтле төбәктең лидеры яуаплылыҡты үҙ-үҙенә алыуы һәм ауыр ҡарарҙар ҡабул итеүе мөһим. Ә кешене икеләнеүҙәр һәм ҡурҡыуҙар уратып алған заманда үҙ-үҙеңдә булған ышанысты башҡаларға еткерә белеү икеләтә мөһим. Радий Хәбиров быны еңел эшләй – төрлө дәлилдәр менән раҫларға әҙермен.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас