

Башҡортостанда төрлө муниципалитеттар эшҡыуарҙарының кейстарын берләштергән йыйынтыҡ баҫылып сыҡты. Баҫма “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы әҙерләнгән.
– Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡҡа һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса илдәге өс лидер рәтенә инә. Яңы йыйынтыҡ төбәк эшҡыуарҙары тәжрибәһен таратыу һәм социаль моделдәрҙе башҡа төбәктәрҙә ҡулланыу мөмкинлеген бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Баҫмаға мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, инклюзия, мәҙәниәт, спорт, экология, ғаиләләрҙе яҡлау, балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү өлкәләрендәге проекттар һәм муниципалитеттарҙа тормош сифатын яҡшыртыу буйынса башланғыстар ингән. Каталогта “Минең изге бизнесым” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы финалсыларының башланғыстары айырым урын алған.
– Йыйынтыҡ эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн дә, тәжрибәле бизнесмендар өсөн дә файҙалы буласаҡ,– тип билдәләне ”Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Айгөл Баһауетдинова.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Уның маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкурентлыҡты, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы.