Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
17 Июнь , 05:53

Студенттар ижад итһен өсөн

Колледждарҙың бөтә медиаүҙәктәре үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бөгөндән был оҫтахананы файҙалана ала.

Студенттар ижад итһен өсөнСтуденттар ижад итһен өсөн
Студенттар ижад итһен өсөн

Башҡортостан өҫтөнлөклө  профессиональ әҙерлек үҙәге базаһында хәҙер яңы ресурс киңлеге эшләй. Бында төбәк колледждары медиаүҙәктәре видеоға төшөрөүҙән монтажлауға тиклем тулы цикллы контент булдыра ала. Уны асыу “Йәштәр һәм балалар” милли проектына, ”Халыҡтар атласы: Башҡортостан – күптәрҙең Тыуған иле” проектына ярашлы, Беренселәр хәрәкәте гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Киңлек дүрт функциональ зонаны үҙ эсенә ала: лекциялар һәм команда эше өсөн проект үҙәге, монтажлау, профессиональ видеоға төшөрөү зоналары һәм подкастар яҙыу өсөн студия.

Ошо уҡ көндә “Урта профессиональ белем алыу медиа лабораторияһы”нда  студенттар тәүге күнекмәләр үткәрҙе.

– Яңы оҫтахана төрлө колледж студенттарының ижады  өсөн асыҡ майҙансыҡ буласаҡ һәм республикала йәштәр медиаһын үҫтереүгә ҡеүәтле импульс бирәсәк. Колледждарҙың бөтә медиаүҙәктәре үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бөгөндән был оҫтахананы файҙалана ала. Был йәш белгестәрҙе әҙерләүҙә һәм заманса студенттар контентын булдырыуҙа  мөһим аҙым, – тип билдәләне өҫтөнлөклө профессиональ әҙерлек үҙәге директоры Гөлнара Нурғәлиева.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас