

XIV–XVI быуаттарҙа табындарҙың бер өлөшө Башҡортостандың урманлы-таулы райондарына күсеп килеп, Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Еҙем, һуңғараҡ Инйәр йылғаларының үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәргә урынлаша. Ырыуҙың икенсе бер өлөшө көнсығыштан Урал аръяғында Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйҙарын һәм Мейәс, Уйылға, Уй, Яйыҡ йылғаларының үрге ағымдарын биләй.
XV быуаттың аҙағында — XVII быуатт башында табындарҙың бер аҙы Ыҡ йылғаһы ярҙарына кире күсенә, ҡалғандары, көньяҡҡараҡ китеп, Тоҡ, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы ерҙәрҙе үҙләштерә. XVIII уртаһында Урал аръяғы табындары Уй һәм Тубыл йылғалары буйындағы далаларға китә. XVI–XVIII быуаттарҙа улар биләгән ерҙәр төньяҡтан Пышма йылғаһына ҡәҙәр, көньяҡтан — Туғыҙаҡ йылғаһына тиклем барып етә.
Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, Нуғай һәм Себер юлдары буйындағы ерҙәр Табын улусының аҫаба ерҙәре итеп ҡалдырыла. XVIII быуатта табындар әйле, ҡаңлы, ҡатай, көҙәй, ҡыпсак, мең, түңгәүер, терһәк, үҫәргән, юрматы ырыуҙары менән күршеләш була. XVIII–XIX быуаттарҙа табындарҙың ерҙәре Быҙаулыҡ, Верхнеуральск, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе өйәҙҙәре эсендә бүлгеләнеп ҡала. Кантондар системаһы идаралығы осоронда табындар 2-се, 3-сө, 4-се Тау арты, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы башҡорт кантондарына тарҡатыла.
Хәҙерге көндә табын ырыуҙары Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Тәтешле, Дәүләкән, Учалы, Салауат райондары; Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы; Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы; Һарытау өлкәһе Пугачёв районы; Ырымбур өлкәһе Александров, Красногвардейск, Новосергиев райондары һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейск райондарында таралып йәшәй.