Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
22 Май , 04:08

Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы рәйесе Леонид Слуцкий менән осрашыу

21 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы рәйесе, Дәүләт Думаһында РЛДП фракцияһы етәксеһе Леонид Слуцкий менән осрашты. Көн тәртибендә – партияның төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм алда торған һайлау кампанияһына әҙерлек барышы. 

Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы рәйесе Леонид Слуцкий менән осрашыуРәсәйҙең либераль-демократик партияһы рәйесе Леонид Слуцкий менән осрашыу
Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы рәйесе Леонид Слуцкий менән осрашыу

Радий Хәбиров, республикала барлыҡ парламент партиялары менән дә конструктив аралашыу булдырылды, ә уларҙың төбәк бүлексәләре Башҡортостандың сәйәси һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Һеҙҙең фракцияғыҙ республикала, шул иҫәптән Өфө Советында ла һиҙелерлек һәм тотороҡло эшләй. Быйыл Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән халҡыбыҙ ҡала советының яңы составы өсөн дә тауыш бирәсәк, – тине республика Башлығы. – Төбәктең идара итеү командаһының бурысы – һайлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тауыш биреү өсөн уңайлы һәм бер тигеҙ шарттар булдырыу. Беҙ ойоштороу эштәренең байтаҡ өлөшөн башҡарҙыҡ та инде.

Леонид Слуцкий Радий Хәбировҡа партия менән бәйле мәсьәләләргә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың социаль сәйәсәтен юғары баһаланы.

– Башҡортостан – махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеүҙең юғары стандарттарын, иҡтисад менән һөҙөмтәле идара итеү өлгөһөн күрһәткән уңышлы төбәк. Был тәжрибә һәм ҡаҙаныштар иғтибарға һәм бөтә ил буйынса таратыуға лайыҡ, – тине партия рәйесе. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас