

Өфөлә 6-7 июндә “Хыялдар ваҡыты” тигән 2-се уйын индустриялары фестивале үткәрелә. Сара “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) уҙғарыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.
Был фестиваль компьютер, өҫтәл уйындарын эшләүселәргә ярҙам итеүгә, төбәктә индустрияны үҫтереүгә, проект авторҙары, бизнес вәкилдәре, креатив студиялар, профиль берләшмәләр араһында тәжрибә уртаҡлашыуға маҡсатланған.
-Тәүге тапҡыр фестиваль былтыр март айында ойошторолдо. Ул тармаҡтың профессионалдары араһында ғына түгел, компьютер уйындарын яратыусылар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Байтаҡ йәш егеттәр индустрияның икенсе яғы менән дә танышты. Башҡортостанда IT-тармағында кадрҙар потенциалын үҫтереү өсөн был көслө этәргес булып тора, - тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Денис Слепов.
Тәүге көндө рәсми асыу сараһы уҙғарыласаҡ, уйындар, күргәҙмәләр һәм сауҙа, оҫталыҡ кластары ойошторола. Шулай уҡ авторҙарҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдары күрһәтеләсәк, дискуссиялар буласаҡ. Икенсе көндө белем биреү һәм һөнәри тәжрибәләр күрһәтеләсәк, башҡа саралар ойоштороласаҡ.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы транформацияһы” милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкәне һанлаштырыуға йүнәлтелгән.