

Илеш районында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында Шаран – Яңы Балтас – Андреевка юлының ике саҡрымдан ашыу оҙонлоғондағы биләмәһе ремонтланды. Был хаҡта Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Үрге Йәркәй ауылы янындағы участка яҡшы хәлгә килтерелде. Подряд ойошмаһы яңы асфальт һала һәм юл билдәләрен ҡуя.
– Был юл Илеш һәм Саҡмағош райондарын тоташтыра, уларҙа 60 меңгә яҡын кеше йәшәй. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр район үҙәге Үрге Йәркәйгә барғанда һәр саҡ юлдың насар торошона зарлана ине. Хәҙер инде ремонт һөҙөмтәһендә юл күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ булды, – тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.