Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
20 Май , 04:54

Мөһим ултырыш

19 майҙа Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың һәм республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2025 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса коллегияһының берлектәге ултырышында ҡатнашты. 

Мөһим ултырышМөһим ултырыш
Мөһим ултырыш

Сара 13-сө ҡала клиник дауаханаһы майҙансығында үтте. Ултырышҡа тиклем төбәк етәксеһе уның мөмкинлектәре менән танышты.

Ҡатнашыусылар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыуҙы, шулай уҡ күләмле тармаҡ проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

Эш башында Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн республиканың медицина берләшмәһенә рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – 2025 йылды бергә яҡшы үткәрҙек. Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, алдан билдәләнгән пландарҙы үтәүҙе дауам итәсәкбеҙ. 
Автор:Рахимов А.
Читайте нас