Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
13 Мая , 09:28

Мәктәптәр, балалар баҡсалары - иғтибар үҙәгендә

Өфөләге балалар баҡсаһы бинаһы быйыл яңы төҫ аласаҡ. 

Мәктәптәр, балалар баҡсалары - иғтибар үҙәгендәМәктәптәр, балалар баҡсалары - иғтибар үҙәгендә
Мәктәптәр, балалар баҡсалары - иғтибар үҙәгендә

Өфө ҡалаһындағы 218-се балалар баҡсаһы комплекслы яңыртыласаҡ. Был саралар “Ғаилә” милли проектына (национальный проект "Семья") ярашлы башҡарыла тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы.

Был йәһәттән эш башланған. Бинаның нигеҙе, ҡыйығы, баҫҡыстары, ингән урыны, иҙән-түшәмдәре ремонтланасаҡ. Шулай уҡ штукатур, маляр эштәре башҡарыласаҡ. Балалар баҡсаһының фасады ла яңы төҫ аласаҡ. Барлыҡ инженер коммуникациялары – йылылыҡ, ветиляция, һыу селтәрҙәре, канализация тәртипкә килтереләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дүрт йыл эсендә Башҡортостанда республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы ярҙамында 181 мәктәп яңыртылған, уларҙа 72 меңдән ашыу бала уҡый. 2026 йылда 41 мәктәп, алты колледж, алты балалар баҡсаһы биналарына ремонт уҙғарыу ниәтләнә.

“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләрҙе, балаларҙы яҡлауға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуғанда өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла. Илебеҙҙә әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас