

Предприятиеның производство инфраструктураһын яңыртыу проекты 2024 йылда старт алған. Проект сиктәрендә сығарылған трансформаторҙар номенклатураһын киңәйтеү өсөн заманса технологик ҡорамалдар һатып алыу, шулай уҡ яңы һынау үҙәген булдырыу күҙ уңында тотола.
– Модернизацияны 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштырабыҙ. Был 750 кВ тиклем көсөргәнешле көс трансформаторҙары һәм реакторҙары етештереүҙе үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк, – тип һөйләне Сергей Гурин. – Шулай итеп, Өфө трансформатор заводы технологик йыһазландырыу кимәле, шулай уҡ кадрҙар һәм фәнни потенциал буйынса илдең энергетика тармағының флагманы буласаҡ.
Билдәләп үтергә кәрәк: һуңғы дүрт йылда предприятие хеҙмәткәрҙәре штаты өс тапҡырға – 437 кешегә тиклем – артҡан, ә уртаса эш хаҡы 124 мең һумға еткән. 2025 йылда заводта Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән заказсылар өсөн 5,8 миллиард һумлыҡ ҡорамалдар сығарыла.
Башҡортостан Башлығы Өфө трансформатор заводы коллективына һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Республикабыҙҙа ысынлап та энергия машиналары эшләү флагманы формалаша, – тине Радий Хәбиров. – Предприятиеға артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ. Яҡын арала ведомство-ара эшсе төркөм форматында уны артабан үҫтереү пландарын тикшерергә тәҡдим итәм.