Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
6 Мая , 09:55

Төрлө һөнәр эйәләре ярышасаҡ

15 майҙа Башҡортостанда “Икенсе старт” номинацияһы буйынса “Һөнәр буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы үткәрелә. 

Төрлө һөнәр эйәләре ярышасаҡТөрлө һөнәр эйәләре ярышасаҡ
Төрлө һөнәр эйәләре ярышасаҡ

Был конкурс “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Кадры”) башҡарыла. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Бер номинация махсус хәрби операция ветерандарына тәғәйенләнгән, ҡатнашыуға киң һөнәр эйәләре саҡырыла. Төбәк этабында еңеүсе көҙөн федераль этапта беренселек һәм төп аҡсалата бүләк – бер миллион һум өсөн көрәшәсәк.

- “Икенсе старт” күңеленә тап килгән һөнәр менән шөғөлләнеүселәргә, һөнәри ҡаҙаныштары тураһында һөйләргә теләүселәргә тәғәйенләнгән. Был конкурс яугирҙәребеҙҙе тыныс тормошҡа ҡайтарыу йәһәтенән һөҙөмтәле механизм буласаҡ. 21 йәштән өлкән булған махсус хәрби операция ветерандарын, яугирҙәрҙе конкурста ҡатнашыуға саҡырабыҙ. Улар шәхси эшҡыуарҙар ҙа булыуы мөмкин, найм буйынса эшләүселәр ҙә, үҙмәшғүлдәр ҙә, - тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Конкурс һынауҙар серияһын тәшкил итә. Ҡатнашыусылар теория яғынан да белемдәрен күрһәтәсәк. Ярыш майҙансығында ла саралар көтөлә.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас