

21 апрелдә «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына ярашлы 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүе башланды. Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 250 меңдән ашыу кеше тауыш биргән, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Иң әүҙем биш муниципалитет иҫәбенә Дүртөйлө, Яңауыл, Салауат, Әбйәлил, Балтас райондары инә. Иң аҙ әүҙемлек Мишкә, Архангел, Ейәнсура, Йылайыр райондарында һәм Өфөнөң Калинин районында күҙәтелә.
https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2026-04-29/t-kl-ndere-ob-ekttary-s-n-250-me-d-n-ashyu-keshe-tauysh-birg-n-4669736