Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
5 Мая , 09:12

Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла

1-се китапханала әле капиталь ремонт үткәрелә, был заманса, уңайлы һәм куп функциялы майҙансыҡ булдырырға форсат бирә. 

Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырылаОктябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла
Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла

Ҡаланың 1-се китапханаһында тиҙҙән “Девон легендалары” тип аталған үҙәк барлыҡҡа килә. Быны “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин. Был хаҡта Октябрьский ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Сауҙа-һатып алыу процедуралары үткәрелеп, ҡорамалдар килтерелә башлаған да инде. Мәҫәлән, үҙәк әленән үк нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәт, интерактив иҙән, уйындар өсөн ҡомлоҡ, төргәкле ҡорғандар, бинаны биҙәү өсөн йыйылма, компьютерҙар, фәнни шоу ойоштороу өсөн йыйылмалар һәм башҡалар менән тәьмин ителгән.

Эштең мөһим йүнәлеше, әлбиттә, – хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу. Ике хеҙмәткәр уҡыу курстарында белемдәрен һәм оҫталыҡтарын арттырған. Балалар менән эшләү һөҙөмтәле булһын өсөн, яңылыҡтарҙан артта ҡалмау мөһим.

https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2026-05-05/oktyabrskiy-a-balalar-s-n-m-ni-m-rif-ti-k-buldyryla-4675537 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас