

Нуриман районының Байгилде ауылы янында “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә “Хәтер баҡсаһы” сараһы үтте.
Ҡатнашыусылар һигеҙ мең ҡарағай, имән һәм миләш үҫентеләрен ултыртты, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Сарала урмансылар, ирекмәндәр, Рәсәй хөкүмәте вәкилдәре, сит илдәрҙең дипломатик вәкилдәре етәкселәре ҡатнашты. Ағастарҙы ултыртыуҙа ветерандар ҙа ярҙам итте. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Мультик” позывнойлы БПЛА операторы ла бар ине.
— Бөгөнгө берҙәмлек – власть, дипломатик корпус вәкилдәре, ветерандар һәм балалар — халҡыбыҙҙа быуындар бәйләнешенең ни тиклем көслө булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Бөгөн беҙгә ҡушылған һәр кемгә рәхмәт! Беҙ урман фондын тергеҙеп кенә ҡалмайбыҙ, тере мираҫ булдырабыҙ. Был “Геройҙар урманы” тыныс күк аҫтында үҫһен, оҙаҡ йылдар Ватаныбыҙ улдарының бөйөк батырлыҡтары тураһында хәтер һаҡлаһын! – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
“Экологик именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2026-05-05/baygilde-auyly-yanynda-ige-me-y-sh-a-as-ultyrtyldy-4675539