

Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы структура – пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырыу уҙған йылдың өсөнсө кварталында тамамланды. Уның составын тулыландырыуға бәйле бурыстар, ҡағиҙәләр, дөйөм эшмәкәрлек тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Беренсенән, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре тураһында бөтә мәғлүмәт башбат.рф сайтында урынлаштырылған.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре хаҡында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Мәҫәлән, БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫта бара.
Шулай уҡ РФ Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә. Контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Артабан хәрби артабанғы хеҙмәттән баш тарта йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең Оборона ведомствоһы менән контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең икенсе төрөнә күсерергә ярамай.
БПЛА өлкәһендә контрактҡа ҡул ҡуйыусылар тулы социаль пакет ала. Был ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәргә, льготаларға һәм социаль гарантияларға ҡағыла.
Бынан тыш, студенттарға махсус шарттар ҙа бар. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар контракт төҙөргә, академик отпуск алырға, ә хеҙмәттән һуң бюджеттағы уҡыу урынына кире ҡайтырға хоҡуҡлы.
Һөҙөмтәлелек өсөн дә өҫтәмә түләү бар. Дошманға уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем түләү ҡаралған.
БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған башҡа мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122 телефоны буйынса белергә мөмкин.
Фото: БР Хәрби комиссариаты.