

Ул Оҙондар ауылында Фәнүрә һәм Нәжип Әбхәлиҡовтар ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән үк Ләйсән апаһы һәм Алһыу һеңлеһе менән өлкәндәрҙең ҡул араһына инеп, өй эштәрендә булыша. Бигерәк тә әсәһенән күреп, сигеү, тегеү менән мауыға. Өйрәнгәнең үҙеңә, тигәндәй, отҡор һәм зирәк ҡыҙына заказдар ҙа бирә башлай. Ғәмһеҙ бала саҡ һәм мәктәп йылдары Сирендең күңелендә матур хәтирәләр һаҡлай. Ҡулында —өлгөргәнлек аттестаты. Белем алыу теләгендә ҡалаға йүнәлә. Өфө технология һәм дизайн колледжына уҡырға инә. Уңышлы тамамлап, менеджер идарасы һөнәрен үҙләштерә. Башта бер ойошмала — оператор, һуңынан етәксе вазифаһын үтәй. Ошо осорҙа тормошҡа сыға. Бөгөн 8 йәшлек Радмир һәм йәше тулған Самира — тормошоноң мәғәнәһе һәм биҙәктәре. Улы театр һәм спорт түңәрәктәренә йөрөй. Ҡыҙы һүрәт төшөрөргә ярата.
Сирень Нәжип ҡыҙы маҡсаттарына ирешеп йәшәй. Районға ҡайтыу менән Баҡалды бүлексәһенә урынлашып, байтаҡ йылдар почта начальнигы вазифаһын башҡара.
Бер мәл ул ауыл советында вакансия барлығы: ер эштәре буйынса белгес талап ителеүен белә. Күп уйлап тормай, ниәтен бойомға ашыра һәм ең һыҙғанып, яңы урында хеҙмәт йылъяҙмаһын дауам итә. Был хаҡта үҙе:
— Кешеләр менән ихлас аралашам. Һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға, уларҙың мәсьәләһен ҡарарға тейешмен. Әлбиттә, аңлатыу ҙа мөһим. Проблемаларын хәл итеп, көн үткәне лә һиҙелмәй. Ер участкалары, справкалар юллау, урамдарҙы кәртәләү һәм башҡа һорауҙар борсой күптәрҙе. Барыһын да контролгә алам, аңлатам. Шулай яйлап тәжрибә туплайым. Коллективта алты кеше, бер-беребеҙгә терәк, - ти Сирень Нәжип ҡыҙы.
Буш саҡтарында башҡорт милли биҙәүестәре, һаҡал, маңлайса яһау ҙа уға дәрт бирә. Бигерәк тә спорт йәһәтенән маһир икән. Өс йыл Архангелдең волейбол буйынса йыйылма командаһында уйнай. Йыш ҡына район үҙәгенә һәм баш ҡалаға күнекмәләргә йөрөргә тура килә. Быйыл традицион йәйәнән уҡ атыу оҡшап, ҡанатландырған. Нимәгә генә тотонмаһын, эшлекле ханымдың бар нәмә ҡулынан килә.
Эшһөйәр Сирень Моратоваға һайлап алған юлы йөрәгенә — халыҡ рәхмәте, күңеленә сикһеҙ шатлыҡ бирһен.