

Белем биреү усаҡтарында уҡыусылар менән бер рәттән төрлө ойошма, учреждение, йәмғиәт һәм редакция, шулай уҡ район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре милли кейемдә, күтәренке кәйефтә диктант яҙырға килде.
Тел — халҡыбыҙҙың тарихы, байлығы. Башҡорт телен йәшәтеүҙә, туған телде өйрәнеүгә вайымһыҙ булмаһаҡ ҡына, уны һаҡлай аласаҡбыҙ. Райондаштарҙың ғәмле һәм әүҙемдәре акцияның мөһимлеген яҡшы аңлағанға күрә, быйыл да белемдәрен тикшереп, рухын байытты. 1-се Архангел мәктәбендә диктантты — башланғыс класс уҡытыусыһы Альбина Сөләймәнова, 2-селә башҡорт теле уҡытыусыһы Резида Маликова уҡыны. Айгөл Йәмилеваның “ Беҙ — ил балалары”н барыбыҙ ҙа ғорурлыҡ тойғоһо кисереп яҙҙыҡ. Төрлө милләт вәкилдәренең дуҫ йәшәүе, бер-береһен хөрмәт итеүе, ауыр мәлдәрҙә лә ярҙамлашып, бер туғандай татыу булыуҙарына арналған тексты, моғайын, барыһы ла “яҡшы” билдәгә яҙғандыр, тип уйлайым.
— Милли кейем һәм Халыҡ-ара диктант көндәрендә үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары, диктант яҙырға йыйылдыҡ. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тирмә ҡорҙо, уның алдына өҫтәлдәр, ултырғыстар ҡуйылды. Матур итеп биҙәнеләр. “Беҙ — ил балалары” тексын мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазова уҡыуында иғтибар менән тыңланыҡ. Барыбыҙ ҙа тырышып яҙҙыҡ. Башҡортостандың киләсәге, телебеҙ яҙмышы беҙҙән тора, шуға күрә ошондай акцияның әһәмиәтен һәр кем төшөнһөн ине,- шәфҡәт туташы Земфира Ғафарова.
— Халыҡ-ара диктантта халыҡ әүҙем ҡатнашты. Был көн мәктәп байрам төҫө алды. Һөҙөмтәләр бик яҡшы. Шуныһы шатлыҡлы: барыһы ла тырышып, “4” һәм “5” билдәләренә яҙған,-ти башҡорт теле уҡытыусыһы Резида Маликова.