

Бинаға инеү менән, байрам төҫө күҙгә ташланды. Бәләкәй дуҫтарыбыҙ һәм тәрбиәселәр Гөлсәсәк Рәис ҡыҙы, уның ярҙамсыһы Гөлйыһан Нәжметдин ҡыҙы милли кейемдәрҙә беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды. Һәр береһенең йөҙҙө балҡып, нур сәсеп тора.
Бөтәһе 22 бала табын ырыуының әйберҙәре, биҙәүестәре, уйын ҡоралдары, йәғни, ҡашмау, түшелдерек, хәситә-яға, баш кейеме таҡыя, француз яулыҡ, беләҙек, һырғалар, ҡумыҙ, ҡалаҡтар өсөн тегелгән махсус муҡса тарихын, йолаһын һөйләгәнде иғтибар менән тыңлап ултырҙы. Уларҙың рухи ҡиммәтен, хөрмәт итеү, һаҡлау, ҡәҙерләү кәрәклеген дә аңлаттыҡ. Шул әйберҙәрҙе кейеп, “Талир тәңкә” бейеүен бүләк иттек. Ҡумыҙҙа “Кәкүк” көйөн уйнап күрһәттек. Табын ырыуының милли кейемдәрен, йолаларын аманат итеп тапшырырға тейешлекте зиһендәренә һалдыҡ.
Артабан малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләгәндән һуң, “Тирмә” уйынында күңел астылар. Беҙҙең менән “Түңәрәк”, “Өс мөйөш”, “Парлы” бейеүҙәрен бейенеләр. Күңелле йырлы-моңло көн барыбыҙҙы ла ихлас аралаштырҙы. Беҙ, ағинәйҙәр, әлбиттә, буш ҡул менән килмәнек. Кескәйҙәр бауырһаҡ, вафли таяҡсалары, ҡоймаҡ, тәм-том менән һыйланды.
Шуны әйтер инем: ошондай йәнле һәм күңелле осрашыуҙы даими ойоштороп, бәләкәстәрҙе милли рухта тәрбиәләү мөһим.
Рәсимә Мөхәмәтйәрова, “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе.