Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
23 Апрель , 10:53

Хәйриә концерты — берҙәмлек сағылышы. Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ

    “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип исемләнгән хәйриә концертында  ойошма, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре, етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары,  мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар,  райондаштар  ҡатнашыуы —  беҙҙең  берҙәмлекте һәм  илебеҙ һағында тороусы ҡаһармандарға ихтирамдың ифрат көслө,  еңеүгә ышаныстың ныҡлы булыуын аңлатты.

Хәйриә концерты — берҙәмлек сағылышы. Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙХәйриә концерты — берҙәмлек сағылышы. Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ
Хәйриә концерты — берҙәмлек сағылышы. Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ

Һалдаттарыбыҙ  махсус хәрби операцияла  изге бурыс үтәй.  Улар ҡулдарына ҡорал алып, яуға күтәрелде. Ә беҙ  ошондай мәрхәмәтлек   эше  менән еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.  Йыйылған саралар  яҡташтарыбыҙға ярҙам буласаҡ, тип белдерҙе алып барыусылар.

 Кеше күңелен юҡҡа ғына ярһыу даръя менән сағыштырмайҙар. Был көндө үҙешмәкәр һәм һәүәҫкәр артистар  тылсым эйәһенә тиң ине.  Уларҙың илһөйәрлек рухындағы  дәртле  һәм уйға һалырлыҡ йырҙары яңғыраны. Заһир  Ғәниев көслө һәм үҙенсәлекле  тауышы  менән һәр кемде  әсир итте.  Мария һәм Димитрий Машненковтарҙың ғаилә дуэтын, Екатерина Лежневаны, Алексей Егоров һәм Димитрий Машненковтарҙы, яҡташыбыҙ, сәнғәт әһеле  Рәсүл Лоғамановты залдағылар ихлас алҡышланы.  “Хазина” халыҡ фольклор  ансамбле (етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова), “Тамсылар” башҡорт вокаль төркөмө (етәксеһе Розалия Хәсәнова), “Таволга” халыҡ казак хоры, (етәксеһе Ирина Трезе), “Колядница” эстрада-фольклор төркөмө  һәм  “Заряница” рус халыҡ хоры (етәкселәре Екатерина Егорова)  күңелдәрҙе күтәрҙе. Ҡырмыҫҡалынан  ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Һәүәҫкәр композитор Фәрит Яҡшығолов  бер нисә йырын һәм  әсәйҙәргә арналған өр-яңыһын да бүләк итте. “Йырҙар һәм шиғырҙар — йөрәк теле бит ул”,-тип яҙған шағир Әбүс.  Ысынлап та, башкөллө моңға сумырыусы сәхнә йондоҙҙары мөғжизәле  минуттары менән таң ҡалдырҙы. Фәрхәт  Ишбирҙиндың саксафонда  уйнауы    хис-тойғолар тулҡынында бәүелтте. Ә инде күрше район егеттәре —Рөстәм һәм Руслан Сәйғафаровтарҙың  башҡорт һәм татар халыҡ бейеүҙәрен осоп-ҡунып тигәндәй, оҫта хәрәкәттәр яһап бейеүҙәре сараға йәм өҫтәне. Алмаз Туҡаевтың “Офицерҙар” йырын зал аяғүрә баҫып тыңлағанда, күптәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Виртуоз ҡурайсы  Иршат Ғәниевтың ҡурай моңдары милли асылыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, тыуған төйәгебеҙҙең, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Башҡорт ҡурсаҡ театры актеры Рәсүл Лоғамановтың  һәләк булған  һалдат монологын уҡыуы тулҡынландырып, тамашасыларҙы  битараф ҡалдырманы. Береһенән-береһе сағыу һәм йөкмәткеле номерҙар  тамам. Тик йөрәктә —  һағыш, түгел, ә дәрт-дарман, өмөт тулы хистәр өйөрмәһе ҡайнап-ҡайнай:  сығыш яһаусылар  берҙәмлекте  Еңеү байрағы итеп күтәрҙе.  Кисә аҙағында район мәҙәниәт  һарайы директоры Фатима Ҡускилдина  ҡыҫҡаса телмәр тотто. Мәрхәмәтлек концертын ойошторорға ярҙам итеүсе Рәсүл  Мөхәмәтйән улына изге теләктәрен әйтеп,   Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Аҙауҙан Дилара Яҡшымбәтова: — Йырҙар шундай күңелгә ятышлы булды. Ихлас күңелдән  ҡул сабып, яратып ҡарап ултырҙым.

Тәүәкәстән Гөлнур  Хисмәтуллина: — Ҡырмыҫҡалы  йәштәренең дәртле бейеүҙәре оҡшаны. Рәсүл Лоғаманов ҡайһылай юморға бай, дәрте ташып тора, залдағылар менән йылы аралашты. Бейеп-йырлап күңелде күтәрҙе. Бөтә башҡарыусыларҙың  да йырҙарын, Иршаттың ҡурай көйҙәрен, бигерәк тә Фәрит Яҡшығоловты,  Алмазды ҡыҙыҡһынып тыңланым. Яугирҙәребеҙҙың изге эшен хуплаусы  концерт оҙаҡ ҡына күҙ алдында торор әле.

Архангелдән Гөлирә Фәхретдинова: — Изгелек бөтәбеҙҙе лә бергә тупланы. Яу яланында йөрөгән ир-егеттәребеҙгә мәрхәмәтлек йөҙөнән  бик матур сара  ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

 

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас