Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
23 Апрель , 06:21

Бейеү — юғары сәнғәт өлгөһө

Тамашасыларға  ләззәтле минуттар бүләк итеү өсөн күпме  күңел йылыһын сарыф итә ул. Һәр бейеүҙең  хәрәкәттәрен камиллаштырыу өсөн  тырышлығын һала.  “Бейеүселәр ҡартаймай, уларҙың йөрәге һәр саҡ йәш”,- ти  Рәсимә  Мөхәмәтйәрова.  Үҙ эшенең оҫтаһы, бейеүсе, “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы менән  Халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан әңгәмә ҡорҙоҡ.  

Бейеү —  юғары сәнғәт өлгөһөБейеү —  юғары сәнғәт өлгөһө
Бейеү — юғары сәнғәт өлгөһө

— Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы,  бейеү менән ҡасан ҡыҙыҡһына башланығыҙ, кемдәрҙе остазығыҙ тип һанайһығыҙ?

 — Бейеү  сәнғәтенә һөйөүҙе  ата-әсәйем уятты. Атайым тыҡылдатып ҡына оҫта итеп бейей торғайны. Әсәйем мөнәжәттәре менән  әле лә иҫемдә,  ул йырсы,  бейеүсе, оҫта яҙыусы, тегенсе лә булды. Беҙгә  генә түгел, ауылдаштарға ла  кейемдәр  текте. Икеһе лә төрлө яҡтан килгән шәхес булараҡ, беҙгә матурлыҡ, гүзәллек донъяһына юл күрһәтеүҙәре  өсөн  беҙ, балалары, ифрат рәхмәтлебеҙ. Бейеү — ул юғары сәнғәт өлгөһө, быны бала саҡтан уҡ аңланыҡ.

—  Тәүге тапҡыр ҡасан  сәхнәгә сыҡтығыҙ һәм ул  ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

—  Әнисә апайым Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡып йөрөй ине. Ауылға ҡайтҡан сағында миңә башҡорт бейеүен өйрәтте. 3-сө класта сәхнәлә бейегәнем әле лә хәтеремдә. Зал геүләтеп ҡул сапты. Бейеүемде оҡшаттылар, иңдәремдә ҡанат үҫкәндәй тойолдо. Ә Фазила апайым  башҡорт милли кейемен тегеп бирҙе. Уйлап ҡараһаң, атай-әсәйебеҙҙең  сәнғәткә һөйөүе беҙҙе  битараф  ҡалдырмаған. Изгелек орлоҡтары тап ғаиләмдә һалынған, шуға күрә беҙ, ике улы һәм биш ҡыҙы йыр-моңға ғашиҡ булып  үҫтек. Иң оло апайым, еҙнәм, һеңлем — хореограф, бер туғаным баянсы ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм. Атайымдың, төрлө саралар, байрамдарҙа  ҡурайы ҡулынан төшмәне, көйҙәрен беҙгә өйрәтте, әлеге  ваҡытта ла уларҙы ҡулланам.

— Архангел яҡтарына ҡасан килдегеҙ? Ниндәй сәбәп менән?

—  Баймаҡта мәҙәниәт өлкәһендә эшләй инек. Архангелгә  1982 йылда килеп төпләндек.  Беҙҙе гел саҡырҙылар, белгестәр етешмәй, тип. Тормош иптәшем  Фәрит  Миңнулла улы сығышы менән —Тирәкленән. Икебеҙ бергә уҡып бөттөк, мин— бейеү, ул оркестр   буйынса — баянсы. Бында  фатир бирҙеләр. Ғүмер буйы үҙебеҙҙең һайлап алған һөнәргә тоғро ҡалдыҡ.  Мәҙәниәт йортонда 15 йыл художество етәксеһе булып эшләргә тура килде. Ул осорҙа смотр, конкурстар, фестивалдәр  үткәргәндә, мин бер үҙем генә, бейеүселәр юҡ кимәлдә,  нисек өлгөргәнмен икән тип, әле ғәжәп итәм. Төрлө ойошмаларға барып, кешеләр менән аралашып, кем нимәгә маһир, шуны асыҡлап,  танышып, хореограф булып эш башлағас, хеҙмәт итеүсе һәм  хаҡлы ялдағы дәртле ханымдарҙы бейеүгә йәлеп иттем. “Хазина” төркөмөн ойоштороуыма — 18, “Ихлас”ҡа —5 йыл.

— Ансамблдең исеме тураһында нимә әйтерһегеҙ?

— Әсәйем мәрхүмәнән “хазина”, “ихлас” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә инем. Улар күңелемә уйылған, шунлыҡтан, төркөмдәргә исем биреүҙе оҙаҡ уйлап торманым. “Ихлас” менән “Хазина”ла 12-14 кеше, беҙ быйыл икеһен берләштереп, халыҡ фольклор ансамбле исемен алдыҡ.

—  Ауырлыҡтар ҙа булғандыр, тормошта бит төрлө хәлдәр килеп тыуа...

 — Ҡыйынлыҡтар алдында һыр бирмәҫкә, баш эймәҫкә тырыштым.   Баштараҡ милли костюмдар,  декорация, аксессуарҙар етешмәүе бәкәлгә һуҡты. Эште юғары кимәлдә күрһәтеү өсөн кәрәкле әйберҙәр  ҡул осонда булһын. Күп осраҡта  үҙ көсөмә, матди хәлемә таяндым. Бер кем дә һиңә  әҙер нәмәләрҙе килтереп тоттормай.  Шуға маһирлығыңды күрһәтеү  өсөн тик үҙеңдең ныҡышмалылығың кәрәк. Сағыу, баҙыҡ әйберҙәр тамашасы күңелен күтәрә. Ҡашмау, түшелдерек,  хәситә, таҡыя һәм башҡа әйберҙәрҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән яһап, тегеп алдыҡ. 2018 йылда   “Байыҡ” бәйгеһенә тәүге тапҡыр  барҙыҡ, биш йыл рәттән сығыш яһаныҡ. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, шөкөр. 2023 йылда Гран-при алыуға өлгәштек!  “Башҡортостандың йыл етәксеһе” тигән маҡтаулы    исемгә  лайыҡ булдым. “Сабырлыҡтың төбө — һары алтын”, тип халҡыбыҙ тиккә әйтмәгән.

— Ойоштороу һәләте лә  мөһим...

— Әлбиттә, ойошҡан һәм берҙәм ансамблдең етәксеһе булараҡ,  шуны әйтер инем: халыҡты әйҙәй белеү, ниндәй генә милләт булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы хөрмәтләү, яратыу, ярҙамлашыу, күңелдәренә осҡон, дәрт һалыу,  ышаныс уята алыу мөһим,  шунда ғына   алдыңа ҡуйған маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин. Шулай уҡ талапсанлыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Ниндәй генә сараларҙа ҡатнашмайбыҙ. Бер  генә  байрам да  “Хазина”һыҙ үтмәй. Әгәр күрше райондарға, йә республика сараларына саҡыралар икән, беҙ  башта программа менән танышабыҙ, фаразлайбыҙ һәм ошоға ярашлы әҙерләнәбеҙ.

— Оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылып тора...

— Төрлө  оҫталыҡ дәрестәре  үткәрелә, күптән түгел Өфөгә барып ҡайттым. Нимә күрһәтелә, барыһын да башҡа һеңдереп, үҙебеҙсә  ҡулайлаштырабыҙ. Мин —  Түңгәүер ырыуынан, ә бында — Ҡумырыҡ-Табын, шуға бер  туҡтауһыҙ эҙләнеүебеҙ, урындағы халыҡ менән һөйләшеү, һәр әйберҙең  нескәлектәре менән ҡыҙыҡһынып, ерлекте, тарихты белергә ынтылыу “Байыҡ”тағы мәртәбәле конкурста  ҙур  уңышҡа ирешергә мөмкинлек бирҙе, тип уйлайым.

— Район ауылдарында йыш булаһығыҙ, һеҙҙән ярҙам өмөт итеүселәр ҙә барҙыр?

—  “Хазина” —  күптән тамашасы һөйөүен яулаған ансамбль. Беҙҙе һәр ерҙә   ихлас ҡаршы алалар, яраталар, хатта,  райондың йөҙөк ҡашы, тип әйтеүҙәре лә  ошоға дәлил. Ярҙам һораһалар, кире ҡаҡмайбыҙ. Ҡырмыҫҡалылар Мәскәүгә барып  ҡайтыр алдынан беҙгә мөрәжәғәт итте.  Үҙебеҙҙең хәситәләрҙе, ҡашмауҙарҙы  биреп торҙоҡ. Башҡорт милли кейеме кемде генә әсир итмәй, баш ҡалаға барһаҡ,  кешеләр  ҡыҙығып ҡарайҙар: бөтәбеҙ ҙә бер иш  костюмдан, сағыулығы хайран ҡалдыра. Ялтыр-йолтор әйбер түгел, ә  нәҡ ерлектәге биҙәлеш.

— Ниндәй пландар менән янып йәшәйһегеҙ?

—  Халыҡ фольклор ансамбле исемен алғас, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе  тергеҙеү, өйрәнеүҙә өлкәндәрҙең тәжрибәһе урынлы булыр, тим. Халыҡ исемен яҡлау өсөн беҙ ике ғөрөф-ғәҙәт күрһәттек. “Табындарҙа аманат тапшырыу”— үҙебеҙ теккән милли кейемдәрҙе,  Табын ырыуы әйберҙәрен ейәнсәремә аманат итеп биреү ине. Икенсеһе — һирәк осраған Ҡурмас байрамы. Беҙ талҡан әҙерләп күрһәттек. Игенде  йыуып, таҙартып, киптереп, ҡул тирмәнендә  тарттыҡ. Ҡурмастан төрлө ашамлыҡтар тәҡдим ителде. Өфөнән килгән баһалама ағзаларына бик оҡшаны.  Пушкин картаһын ҡулланған уҡыусылар ҙа был йолаларҙы ҡарай алды.  Үҙебеҙ  белгәндәрҙе йәштәргә ҡалдырырға тибеҙ, йәғни быуындар  күсәгилешлелеге булырға  тейеш. Балалар  төркөмө булдырып, уларҙы өйрәтеү маҡсаты артабан янып эшләргә илһам бирә. “Әкиәт”,  “Тирмәкәй” балалар баҡсаларында  булдыҡ.  “Мин яратам һине, тормош”: оло быуын вәкилдәренең бәйгеһендә ҡатнаштыҡ.  МХО яугирҙәренә  концерт  ҡуйҙыҡ. 17 апрелдә Милли кейем көнө. Ауылдарҙа  Халыҡтар  берҙәмлеге  йылы айҡанлы “ Рәсәй берҙәмлеге” тигән смотр бара, кемдәр  беҙгә  беркетелгән  һәр  береһенә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ.  Халыҡ-ара бейеү көнө  уңайынан да әҙерләнәбеҙ. Ҡыҫҡаһы,  беҙҙең “Хазина”ла йәштәргә биргеһеҙ дәрт-дарманлы ағинәйҙәр  бейей ҙә, йырлай ҙа, йолалар ҙа күрһәтә, районыбыҙ бәҫен күтәреп, халыҡ күңелен рухландырыуҙы дауам итә.

— Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә   ныҡлы сәләмәтлек, ялҡынлы, илһамлы сығыштар теләйбеҙ. Һоҡланғыс сәнғәт юлында архангелдәрҙе ҡыуандырып, йондоҙ булып атылған “Хазина”ға яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас