Новости
22 Апреля , 10:33

“Ижади индустриялар сәғәте” уҙҙы

Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов һәм бизнес-шәриф креатив иҡтисад потенциалын күрһәткән урындағы эшҡыуарҙарҙың өс уникаль проектын ҡараны.  

“Ижади индустриялар сәғәте” уҙҙы“Ижади индустриялар сәғәте” уҙҙы
“Ижади индустриялар сәғәте” уҙҙы

"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһында күсмә «Креатив индустриялар сәғәте» үткәрелде. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр.

Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов һәм бизнес-шәриф креатив иҡтисад потенциалын күрһәткән урындағы эшҡыуарҙарҙың өс уникаль проектын ҡараны.

Күсмә кәңәшмәнең беренсе пункты Резеда Шәйехйәнованың тәбиғи күндән автор әйберҙәре эшләү буйынса махсуслашҡан оҫтаханаһы булды. Нефтекамала йәшәүсе ҡатын үҙенең мауығыуын уңышлы бизнесҡа әйләндерә – бөгөн ул янсыҡтар, ҡайыштар, сумкалар һәм башҡа аксессуарҙар эшләй.

Эшҡыуар Башҡортостандың ижади индустриялар реестрына ингән дә инде, уның үҙ бинаһы һәм һөнәри ҡорамалдары, шул иҫәптән лазерлы гравировка өсөн станогы бар. Март аҙағында Нефтекамала үткән "Ижади экспедиция" ла ҡатнашыу уның етештереүселәр һәм клиенттар менән бәйләнеш селтәрен байыта, шулай уҡ һөҙөмтәле реклама булып хеҙмәт итә. Ассортиментты киңәйтеү һәм маркетплейстарға сығыу өсөн ул яңы ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға финанс ярҙамы һорай.

Ошо уҡ оҫтаханала үҙмәшғүл рәссам Валентина Мирхәлимова әүҙем эшләй, ул стеналарҙы биҙәү, заказ буйынса картиналар яҙыу һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙе тәҡдим итә. Шулай уҡ бында үҙмәшғүл Гүзәл Хәсәнова кәрзин, келәм, сумка һәм панама кеүек әйберҙәр эшләй, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Шулай уҡ «Ижади индустриялар сәғәте» сиктәрендә фотостудия хужаһы Марат Хәйруллиндың фото төшөрөү хеҙмәттәрен тәҡдим иткән проекты ҡаралды. Уның төп продукты – белем биреү учреждениелары өсөн сығарылыш фотоальбомдары. Марат үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн уҡыу йорттары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыуҙа ярҙам эҙләй.

Бынан тыш, күсмә сарала Ольга Овчинникованың проекты менән таныштылар. Ул 2022 йылдан кейем һәм туҡыманы эксклюзив әйберҙәргә әйләндереп, машина менән сигеү фабрикаһын етәкләй. Шулай уҡ ул бауҙан аксессуарҙар һәм сигеүле исемле уйынсыҡтар эшләй.

Ижади индустриялар федераль һәм төбәк властарының иғтибарын йәлеп итеп, йылдам үҫеш күрһәтә. Башҡортостанда был өлкәгә ярҙам итеү системаһы әүҙем формалаша.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2026-04-22/neftekamala-izhadi-industriyalar-s-te-u-y-4661006 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас