Новости
15 Апреля , 06:43

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә

Эштәр 17,5 саҡрым оҙонлоҡтағы 14 юлда башланасаҡ. Өфө һәм Нефтекаманан тыш, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондарында урынлашҡан баҡса ширҡәттәрендәге  юлдар тәртипкә килтереләсәк. 

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленәБаҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә
Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә

Башҡортостанда баҡса ширҡәттәренә юлдарҙы ремонтлауға ағымдағы йылда 150 миллион һум аҡса бүленә. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова һөйләне.  

Билдәле булыуынса, эштәр 17,5 саҡрым оҙонлоҡтағы 14 юлда башланасаҡ. Өфө һәм Нефтекаманан тыш, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондарында урынлашҡан баҡса ширҡәттәрендәге  юлдар тәртипкә килтереләсәк. Әле муниципалитеттар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу буйынса эш алып барыла.

Белеүебеҙсә, 2022 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса йыл һайын юл фондынан баҡса ширҡәттәренә инеү юлдарын ремонтлауға аҡса йүнәлтелә. Был ваҡыт эсендә төбәктә 297 баҡса ширҡәтендәге 109 километрға тиң юл ремонтланған. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас