Новости
15 Апреля , 06:44

Азалия, Артур һәм Данис халыҡ-ара титул өсөн көрәшәсәк

24 апрелдә Өфөлә үткәрелгән турнир башҡорт бокс мәктәбе өсөн мәртәбәле сара буласаҡ. 

Азалия, Артур һәм Данис халыҡ-ара титул өсөн көрәшәсәкАзалия, Артур һәм Данис халыҡ-ара титул өсөн көрәшәсәк
Азалия, Артур һәм Данис халыҡ-ара титул өсөн көрәшәсәк

Киләһе йома баш ҡалабыҙ донъя боксы үҙәгенә әүереләсәк. “БЕТСИТИ.IBA.PRO 17” турнирының төп ваҡиғаһы буласаҡ – республикабыҙҙа күптәр яратҡан 34 йәшлек Артур Собханҡолов (11-0, КО 5) рингҡа сығасаҡ. 12 раундлы яуҙа яҡташыбыҙҙың көнәркәшсеһе Тажикстандан Баходур Усманов (12-0, КО 5) буласаҡ.

Ике боксер ҙа еңелеүгә дусар булғаны юҡ һәм донъя рейтингтарында юғары урындарҙы биләй. IBF-та Артур – һигеҙенсе, Баходур 11-се урында. Өфөлә үткәрелгән сарала еңеү яулау Американан Рэймонд Мураталла менән осрашыуға яҡынайтасаҡ. Шуға күрә был турнир башҡорт бокс мәктәбе өсөн мәртәбәле буласаҡ.

БРИКС уйындары “йондоҙ”о Азалиә Әминева WBA Asia билбауы өсөн Нигериянан Синтия  Огунсемилоре менән осрашасаҡ.

Данис Абдрафиҡов WBA Asia East титулы өсөн Ҡаҙағстандан Рахат Сейтжан менән көс һынашасаҡ.

“Матч ТВ” телеканалы шоуҙы тура трансляцияла күрһәтә.

12+

Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-07/tri-boksera-iz-bashkortostana-srazyatsya-za-mezhdunarodnye-tituly-v-ufe-4642119 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас