Инйәр
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель , 15:55

Ауылдың ҡото һәм йәме

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ йөрөткәндә, шунда уҡ сағыу, күңелле һәм тантаналы саралар һәм концерттар күҙ алдына баҫа, ижад кешеләренең тормошо тоташ байрамдарҙан ғына тора кеүек тойола.  Әммә был байрамдар артында ошо өлкәлә тир түгеүселәрҙең ҙур хеҙмәте сағыла.

Ауылдың ҡото һәм йәме
Ауылдың ҡото һәм йәме

Ауыл бәләкәйме, ҙурмы, мәҙәниәт усағы уның ҡото һәм йәме булып иҫәпләнә. Ә ауыл кешеләренең мәҙәни тормошо күбеһенсә уның эше нисек ойошторолоуына бәйләнгән. Был йәһәттән Айытмәмбәт халҡы маҡтана ала: клуб эшен бихисап йылдар үҙ эшенең оҫтаһы Маргарита Ҡотлоғәләмова етәкләй.

Маргарита Дамир ҡыҙы Айытмәмбәт ауылында Зифа Һибәтулла ҡыҙы һәм Дамир Зәйнулла улы Ишкилдиндарҙың ишле ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән  уҡ шуҡ, теремек, тырыш ҡыҙ ата-әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы, туғандарына ҡарата иғтибарлы, мәрхәмәтле булып буй еткерә. Мәктәп йылдарында ла һынатмай — яҡшы уҡый, йыр-бейеүгә оҫта була, төрлө ярыштарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Айытмәмбәт урта мәктәбен тамамлағас, район һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Үҙ ауылына ҡайтып, бер аҙ РайПо магазинында эшләй.

Артабанғы яҙмышын ауылдашы Зөфәр Әхмәтша улы менән бәйләп, тыуған төйәгендә  төпләнә йәштәр.

— Беҙҙең туйыбыҙ бар тереклек уянған,  күңелдәрҙә саф хистәр бөрөләнгән мәлдә — 1998 йылдың йәмле апрель айында үтте. Ҡунаҡтар араһында бер оло ғына апай шатлығынан күләүектәрҙе сәсрәтеп-сәсрәтеп бейегәне әле лә иҫтә, — тип яҡты хәтирәләре менән бүлешә  әңгәмәсем.

Ҡотлоғәләмовтар өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Ғаилә башлығы ағас эше, оҫталыҡ, умартасылыҡ  менән шөғөлләнә. Хужабикә тормош иптәшенә ныҡлы терәк, яратҡан балалары өсөн ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй. Балалары ла үҙ сиратында уңыштары менән ата-әсәһен шатландырып, һөйөндөрөп кенә тора. Өлкән улдары Зөлфир үҙ ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән, баш ҡаланың ойошмаларының береһендә экскаваторсы булып эшләй, тормош иптәше Илмира  менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Зөлфиә Инйәр ҡасабаһында йәшәй, кейәүҙәре Рифат менән ике бала үҫтерә, тырышып донъя көтә.

Өсөнсө улдары Асман — Оҙондар урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, төпсөктәре Арыҫлан  урындағы балалар баҡсаһына йөрөй.

— Хужалыҡта күпләп мал тотабыҙ, йәйгеһен ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ. Өҫтәлдәге ит, һөт ризыҡтары, бал үҙебеҙҙеке. Бәләкәстәр ҙә әкренләп ҡул араһына инә бара, баҡса үҫтереүҙә һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә, — ти хужабикә.

Әйткәндәй, тырыш ҡатын үҙенең атаһы Дамир Зәйнулла улын һәм  92 йәшлек ҡәйнәһе Жөбәйрә Исхаҡ ҡыҙын ҡарап та өлгөрә.

Дәрт биргәнгә дарман бирер, ти халыҡ мәҡәле. Тынғы белмәҫ Маргарита Дамир ҡыҙы күп кенә йылдар Оҙондар ауыл хакимиәтендә йәштәр эше буйынса белгес, бер үк ваҡытта Айытмәмбәт ауыл клубында мәҙәни саралар ойоштороусыһы булып хеҙмәт итә.

— Ауыл халҡы өсөн концерттар, ял кисәләре, спорт ярыштары, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар,  файҙалы әңгәмәләр, берҙәм өмәләр уҙғарабыҙ, дини байрамдарҙан да ситтә ҡалмайбыҙ, шулай уҡ район кимәлендә үткән төрлө фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа,  конкурстарҙа, акцияларҙа сығыш яһайбыҙ, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә таҙалыҡ өмәләрен ойошторабыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәле янын тәртиптә тотабыҙ. Һуңғы йылдарҙа  ауылдың битараф булмаған кешеләре менән берлектә даими махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторабыҙ, — тип үҙ эшенең нескәлектәре менән таныштыра  ул.

  Клуб мөдире әйтеүенсә, ауылда халыҡ бик дәртле. Тик уларға әйҙәп, башлап ебәреүсе генә кәрәк. Клуб айырым бинала түгел, ә мәктәптең бер бүлмәһендә урынлашҡан. Ул ҡотло һәм йылы. Ошонда уҡ яңы йыл кисәләре, Ватанды һаҡлаусылар,  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған төрлө саралар гөрләп үтә. Иң мөһиме – халыҡ үҙе теләп ҡатнаша һәм ихлас йөрөй. Билдәле сәбәптәр арҡаһында, һуңғы йылдарҙа мәҙәни усаҡ тормошо бер аҙ тынып ҡалған, әммә әкренләп уға ла ҡайтанан йәм инә башлаған.

Клубта йыр, бейеү һәм шиғриәт түңәрәктәре эшләй. Йома һайын ҡатын-ҡыҙҙар “Оҫта ҡулдар”ға йыйыла. Уларҙың барыһын да Маргарита Дамир ҡыҙы ойошторған һәм үҙе етәкселек итә. Әүҙемдәр ауылда үткән һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай, уларҙың араһынан иң олоһо  етенсе тиҫтәне ваҡлаһа, иң  кесеһенә яңыраҡ биш  йәш тулған.

– 2018 йылға тиклем ауыл клубының бөтөнләй үҙ бинаһы булманы. Мәҙәни сараларҙы йыш ҡына урамда, саф һауала үткәрергә тура килде. Урын юҡ, тип, бер ҙә  буш ултырманыҡ, һәр иҫтәлекле датаны лайыҡлы билдәләргә тырыштыҡ. Шул осорҙа хатта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдарын уҙғарырға   баҙнат иттек, — ти ул.

Үҙ эшенә етди ҡараған хеҙмәткәр кеше файҙалы ял итһен, тормошо йәмлерәк булһын, ауыл йәнләнеп китһен  өсөн бар тырышлығын һала. Бәләкәй генә сара үткәреү өсөн дә күпме эҙләнеү, ижад итеү, репетициялар үткәреү кәрәклеге икәнен был өлкәлә эшләгән кеше генә күҙ алдына килтерә ала.

— Үҙ эшемдә ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы булған халыҡ йырҙарын, риүәйәттәрен, әкиәттәрен ҡулланырға, йәнә беҙҙең яҡтарға хас булған йолаларҙы, кейем өлгөләрен, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен  тергеҙергә тырышам.

Беҙ концерттар уҙғарыу менән генә сикләнмәйбеҙ. “Айыҡ ауыл” район конкурсында, һабантуйҙарҙа, төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашабыҙ, шулай уҡ “Исем туйы”, “Килен сәйе”, “Ҡаҙ өмәһе” һәм башҡа   башҡорт халыҡ йолаларын тормошҡа ашырабыҙ. Йыл һайын  яугир-интернационалистар иҫтәлегенә  арналған район спорт сараһы ла беҙҙә үтә. Хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәйбеҙ, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йыл әйләнәһенә скандинавса атлау менән шөғөлләнә. Ҡыш саңғыға баҫабыҙ, бергәләшеп ҡышҡы тәбиғәткә сығабыҙ.

Әгәр ауылымдың мәҙәни мираҫын тергеҙеү, һаҡлау һәм арттырыу, рухи байлыҡты, тәжрибәне быуындан-быуынға тапшырыу буйынса ниндәйҙер кимәлдә үҙ өлөшөмдө индерһәм, тимәк мин шуның менән бәхетле һәм ихлас күңелемдән ғорурлана алам, —  ти Маргарита Дамир ҡыҙы.

Физәлиә Ғәниева.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор: Рахимов А.
Читайте нас