

Килеүселәрҙе хужалар сағыу милли кейемдә, йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динара Хисамова сәләмләне.
Мәртәбәле ҡунаҡтар сәләмләү һүҙенән һуң, “Ҡышҡы уйындар”ға старт бирелде. Майҙанға командаларҙы көс-ғәйрәт кенә түгел, ә етеҙлек, ныҡышмалылыҡ, сәмселлек талап иткән етди һынауҙар, әүәл-әүәлдән төрлө ырыу батырҙары араһында үткән милли уйындар көтә ине. Бәйгеселәр ҡул көрәштереүҙә, арҡан тартышыуҙа, гер күтәреүҙә, уҡ атыуҙа, суҡмар ырғытыуҙа, көйәнтәгә эленгән тулы биҙрәләр менән уҙышыуҙа, быймала футбол уйнауҙа, дартс уйындарында ярышты.
Әлбиттә, һәр бәйгенең еңеүсеһе, алдынғы урындарҙы биләүселәре була. “Ҡышҡы ғаилә уйындары”нда Баҡалдынан Моратовтар — I-cе, Арх-Латыштан Шергиндар — II-се, Орловканан Хәбибуллиндар ғаиләһе III-сө урын яуланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең район вәкилдәре “көмөш” миҙал яуланы.
Ғәҙәттәгесә, өҫтәлдә ҡайнар самауыр шыжлап, ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырҙы. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙемдәре һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре байрамда ҡатнашыусыларҙы милли ризыҡтарҙан һығылып торған табында тәмле былау, хуш еҫле үлән сәйе һәм әле генә табанан төшкән ҡоймаҡ менән һыйланы.
2026 йыл Рәсәйҙә – Халыҡтар берҙәмлеге йылы, ә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Орловка ауылы ла берҙәм, татыу ғаиләләре, оҫталары менән дан тота. Быны байрамда урындағы һәм районыбыҙҙың Ҡыҙыл Еҙем, Абҙан, Көмәрле, Зәйет ауылдарының оҫтабикәләренең ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә иҫбатланы. Милли кейем өлгөләре, аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары төрҙәре, ҡатмарлы биҙәкле салфеткалар, һуҡма һәм суҡлы шәлдәр, сағыу балаҫтар, япмалар, күҙҙең яуын алырҙай ҡумталар һәм биштәрҙәр иғтибарҙы йәлеп ите, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ ҡорама ҡороу, сейләндән рәсемдәр яһау, түшелдеректәр һәм ҡашмауҙар эшләү, билбауҙар туҡыу, сәскәләр үрсетеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Ниндәй байрам йыр-бейеүһеҙ булһын инде! Сәләмәтлек байрамы районыбыҙ һәләттәренең матур сығыштары менән үрелеп барҙы. Сара һуңында байрамда ҡатнашыусылар “Дуҫлыҡ-әйлән-бәйләне”ндә берләште. Иң мөһиме – Орловка ауылында үткәрелгән байрам йәнә бер тапҡыр халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, дуҫлығын, рух ныҡлығын күрһәтте.
Венера Антипина,
Орловка ауыл китапханасыһы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546