

Сара Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалыуҙан башланды. Һалдаттар бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алынды.
Липовка ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Халиҡов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм иң мөһиме — баш өҫтөндә аяҙ күк йөҙө теләне. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсыларының тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, ерҙә тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән яҡташтарыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырҙы.
Байрамдың әүҙем өлөшө милли халыҡ уйындарын берләштерҙе. “Дуҫлыҡ” һәм “Бөркөт”тәр үҙ-ара арҡан тартышыуҙа, суҡмар ырғытыуҙа, утын бысыуҙа, саңғыла уҙышыуҙа, “ат” сабышыуҙа һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ярышты. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип “Дуҫлыҡ” командаһы иғлан ителде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауыл кешеләре өсөн төп бүләк, ул әлбиттә — саф һауала күңелле һәм файҙалы уҙған ял минуттары.
Башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте халыҡ уйындарында һәм күңел асыуҙарында сағылыш тапҡан. Улар ярҙамында күңелле ваҡыт үткәрергә генә түгел, ә үҫеп килгән быуынды етеҙлеккә, батырлыҡҡа һәм маҡсатҡа өлгәшеүгә өйрәтеү ҙә мөмкин. Бөгөнгө байрам бының тура дәлиле булып тора.
Гөлнара Мырҙагилдина,
Көмәрле ауыл мәҙәниәт йорто мөдире.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546