Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Март , 04:20

Илһам алып тыуған еренән

“Инйәр” тулҡын”дары үҙ ижадына байҡау яһаны

Илһам алып тыуған еренәнИлһам алып тыуған еренән
Илһам алып тыуған еренән

Кешелектең йәшәү дәүерендә әҙәм балаһының күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәгән. Нәфис һүҙ менән халыҡ күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш “Инйәр” район гәзите хеҙмәткәрҙәрен һәм “Тулҡын” ижади берекмәһе ағзаларын Тирәкле мәктәбе уҡыусылары менән осраштырҙы.

Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәрҙән кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Шулай итеп үҙҙәренең хис-тойғолары менән уртаҡлашырға теләй улар. Кисәлә үҙебеҙҙең ерлектә йәшәп, ижад юлын мәңгелек дуҫ-иптәш иткән һүҙ оҫталары: Гөлирә  Миңлеғәле ҡыҙы Фәйрүзова (Тәүәкәс ауылы), Миләүшә Зиннур ҡыҙы Бәширова (Архангел), Зәлифә Вәлиәхмәт ҡыҙы Фәйзуллина (Муллаҡай) һәм  Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” район гәзите мөхәррире Гөлшат Зөфәр ҡыҙы Закирова ҡатнашты.

Осрашыу үҙешмәкәр ҡәләм тибрәтеүселәрҙең   шиғырҙары нигеҙендә төҙөлөп, сағыу фоторәсемдәр, ҡыҙыҡлы видеослайдтар, ҡурай көйө менән үрелеп барҙы.

Гөлшат Зөфәр ҡыҙы  сығышында “Инйәр” гәзитенең тормошо менән таныштырып, уҡыусыларҙы шиғыр, хикәйәләр яҙырға өндәне. Ата-бабалар, өләсәйҙәр беҙгә аманат итеп ҡалдырған әсә телен яратырға, ихтирам итергә, белергә  саҡырҙы,  сөнки туған телебеҙ – беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йолаларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тине.

 

 Әҙәби кисәлә ҡунаҡтарға  Роза Ғәббәсова шиғырына үҙенең “Тирәк-Тирәкле” йырын балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Наил Ғәниев тәҡдим  итте.

“Тулҡын” ижади берекмәһе шағирәләре бала саҡтары, уҡыу, хеҙмәт йылдары, башҡорт теле,  ижады хаҡында илһамланып һөйләне. Үҙҙәре менән таныштырып,  ҡасан шиғырҙар яҙа башлауҙары, район гәзитендә тәүге әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡас, кисергән тойғолары тураһында бәйән итте, шулай уҡ ҡатнашыусыларға балалар өсөн яҙылған,  тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын, йырҙарын бүләк итте.

Мәктәп уҡыусылары Сиражетдинова Диана, Юлыбаева Алһыу, Ҡушбаева Айлин, Ғатауллина Илүзә  сығыштары был кисәне айырыуса биҙәне. Балаларҙың әсә телендә иркен аралашыуҙары, халҡыбыҙҙың рухи байлығы, баһалап бөткөһөҙ мираҫы булған “Урал батыр” эпосын, “Зөһрә йондоҙ” риүәйәтен, халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереп,  яттан һөйләүҙәре маҡтауға лайыҡ.

Сара һуңында Гөлшат Зөфәр ҡыҙы әүҙем уҡыусыларға иҫтәлеккә бүләктәр, мәктәп фондына “Табын иле —  илһам иле” шиғыр йыйынтығын  бүләк итте.

“Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара. Балалар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, аралашыу, ижадсылар менән таныштырыу, шиғыр-хикәйәләр уҡыу, киләсәктә һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр тыңлауға ҡоролған кисәлә ваҡыт һиҙелмәй үтеп тә китте. Осрашыуҙан шағирәләр ҙә, балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Физәлиә Ғәниева.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас