Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Март , 04:29

“Етегән” йондоҙо йәнә Стәрлетамаҡта балҡыны

Стәрлетамаҡ ҡалаһында  Башҡорт ғаиләһе көнө сиктәрендә “Етегән” байрамы билдәләнде. 1 мартта  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу тантанаһы ла  үтте.

“Етегән” йондоҙо  йәнә Стәрлетамаҡта балҡыны“Етегән” йондоҙо  йәнә Стәрлетамаҡта балҡыны
“Етегән” йондоҙо йәнә Стәрлетамаҡта балҡыны

“Етегән” проекты республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә милләттәштәребеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә өлгө булған ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында йыл һайын уҙғарыла.

Йыйынды ҡурайсылар “Урал” башҡорт халыҡ көйө менән асты. Рәсми бүлекте тәшкил иткән пленар ултырышта  “Башҡорт ғаиләһе йылында башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” тигән темаға киң фекер алышыу барҙы. Мәртәбәле сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, республиканың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, әүҙемдәре, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында 2021 – 2025 йылдарҙа еңгәндәр, беҙҙең район  башҡорттары  ҡоролтайы  башҡарма комитеты ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре делегацияһы  ҡатнашты. Унда ғаиләләр ярҙамында башҡорт телен һаҡлау, популярлаштырыу һәм артабан да үҫтереү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Осрашыуҙың төп программаһы Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендә үтте. Фойела башҡорт халҡының йәшәйешенә бәйләнгән кәсептәр, милли биҙәүестәр күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре үҙ эшен йәйелдерҙе. Милли аш-һыу,  кейем-һалым өлгөләре тәҡдим иткән оҫтабикәләр эргәһендә халыҡ бигерәк күпләп йыйылды. Әйткәндәй, һатыуҙан килгән килемдең бер өлөшөн улар махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеп ебәрәсәк.

Белгестәр тарафынан шулай уҡ шәжәрә төҙөүгә,  балалы ғаиләләр өсөн  төрлө мәсьәләләр буйынса консультациялар ойошторолдо.

Байрамдың икенсе өлөшөндә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” төбәк-ара бәйгеһендә еңеүселәрҙе тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы үтте. Кисә “Башҡорт туйы” театрлаштырылған тамаша менән башланды. Күңелле ваҡиға дәртле башҡорт йырҙары, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Сәхнәне республикабыҙҙа һәм илебеҙҙең күп төбәктәрендә танылған Стәрлетамаҡ филармонияһының артистары һәм балалар ансамблдәре сығыштары биҙәне.

“Етегән” байрамы билдәле башҡарыусылар ҡатнашлығындағы башҡорт  дискотекаһы “Ритайым” менән тамамланды.

Физәлиә  Ғәниева.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас