

Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан башлана” тип аталған байрам уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән үк сағыу биҙәлгән күркәм фойе ҡаршы алды.
Кисәне тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан иткәс, һүҙ район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлинға бирелде. Ул гүзәл заттарҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Айрат Закир улы тантаналы рәүештә күмәк балалы әсәләр Дания Сафиуллинаға һәм Раиса Прокопьеваға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
Был көндө мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар ижады коллективтары ҡатын-ҡыҙҙарға яҡшы байрам кәйефе бүләк итте. Сәхнәнән Закир Өмөтбаев, Рауил Хәсәнов, Мирослав Иванов, Дмитрий Машненков, Екатерина Лежнева, Екатерина Егорова башҡарыуында музыкаль ҡотлауҙар яңғыраны. Тамашасыларҙы айырыуса балалар сәнғәт мәктәбенең “Инйәр” ансамбле ҡыҙҙары, “Сулпан” бейеү коллективы, “Великан” вокаль-эстрада төркөмө, сәнғәт мәктәбенең вокаль триоһы үҙенең оҫталығы менән ҡыуандырҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.
Байрам барышында әленән-әле донъябыҙҙы йәмләүсе, хәстәрләүсе, матурлығы менән һоҡландырыусы гүзәл заттарға сәхнәнән рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр яңғыраны.
Физәлиә Ғәниева.
Фото — район мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546