“Носорог” ролен Башҡортостандың халыҡ артисы, Тирәкле ауылында тыуып-үҫкән ир-уҙаман Илсур Сәғит улы Хәбиров уйнай.
Сәхнә әҫәренең жанры — илһөйәрлек тураһында драматик поэма. Уға ярашлы, әҫәрҙең йөкмәткеһендә башлыса халыҡ тормошоноң ижтимағи һәм тарихи мәлдәре сағыла. Илебеҙҙә барған махсус хәрби операция геройҙары һәр береһенең шәхси тарихы нескә генә итеп тамашасыға еткерелә.
Кем хаҡлы, кем ғәйепле? Көс ниҙә, брат, тигән һорауҙарҙы алып ташлап, тамаша бер аҙға ғына уйланырға ваҡыт бүлә. Үҙ сиратында, театр һөйөүселәр сәхнәлә барған ваҡиғаларҙа ҡатнашлығын тоя, геройҙар образына оҡшатып, үҙ яҡынын, ауылдашын, һабаҡташын күрә. Уларҙы автор аңлай һәм һәр береһенә үҙ хәлдәрен төшөндөрә: улдарын яу яланына оҙатҡан ата-әсәйҙәрҙе батыр үҫтергәне өсөн хуплай, хөрмәт белдерә; ирен көткән ҡатындың көсөнә ҡеүәт өҫтәй; һағынып көткән балаға атайҙың баһаһын күтәрә; ата-әсәһенең ҡәҙерен ваҡытында аңламаған ул-ҡыҙҙарға яҡыныңды ҡәҙерләү тойғоһон аса; бер-береһенең бәҫен ебәргән һөйгәндәргә һағыш бирә: дуҫы өсөн яуға ташланыуҙың ни икәнлеген аңлата, иманһыҙға — ышаныс, иманлыға — нығыныу юллай; ысынбарлыҡты күрергә теләмәүселәрҙең күҙен аса, ишеткеһе килмәгәндең ҡолағына шыбырлай; ҡәбәхәтте мөхәббәтле итә (автор һүҙҙәре); телһеҙгә — тел, моңһоҙға — моң, шиғыр яратмағанға — илһам бирә; тылда ҡалғандарҙың борсолоуҙарын еңеләйтә, сабырлыҡ теләй, рәхмәт әйтә... Былар барыһы ла геройҙарҙың тын алышы, көнкүреше, һынланышы, уйҙары, хәсрәттәре, һүҙҙәре, күҙ ҡараштары аша бирелә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәҡимов, рәссам — Сулпан Азаматова, композитор — Вәсил Ғафаров, хореограф — Андрей Сорокин, видеоконтент авторы — Эльвира Теүәлева. Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артистары Илсур Хәбиров, Венер Камалов, Венер Сөнәғәтов, Зифа Дәүләтбаева, Альбина Кашанова, Гөлшат Ғайсина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Вадим Ҡылысов, Шаһит Хамматов, Гөлбинә Сафуанова, Лилиә Исҡужина һәм актерҙар Байегет Мөхәрләмов, Динислам Сафин, Дания Ғөбәйҙуллина, Вадим Хәйруллин, Нәркәс Ҡалмырҙина.
Рәзилә Ырыҫҡужина,
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546