Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Март , 04:24

Ҡап-ҡап, балығым...

Ҡышын йылғала мәке уйып балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Орловка ауылының Еҙем йылғаһы буйында “Айыҡ ауыл — 2026”  республика конкурсы сиктәрендә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, ошо спорт төрөн үҙ итеүселәр араһында мауыҡтырғыс сара уҙҙы.

Ҡап-ҡап, балығым...Ҡап-ҡап, балығым...
Ҡап-ҡап, балығым...

Әйтергә кәрәк, балыҡ ҡаптырыу һуңғы йылдарҙа айырыуса киң таралды. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был шөғөлгә күберәк тартыла. Быйылғы ярышта ла гүзәл зат вәкилдәре үҙ-ара көс һынашты. Бәйгегә старт бирелгәндән һуң, оҙаҡ та көттөрмәй ҡалҡауыстар сиртә башланы һәм беренсе балыҡтар пәйҙә булды.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса “Иң етеҙ боҙ тишеүсе” тип Николай Антипин табылды, “Иң йәш ҡатнашыусы” һәм “Иң күп балыҡ тотоусы” булып Максим Пьянов иғлан ителде, “Иң өлкән балыҡ тотоусы” исеме Александр Пьяновҡа бирелде.

Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Венера Антипина,

Орловка ауыл китапханасыһы.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас