

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — Илебеҙҙең башҡа төбәк башлыҡтары менән аралашҡан ваҡытта мин һәр ваҡыт республикабыҙҙа халыҡтың яҡынса 40 проценты ауылда йәшәүе тураһында ғорурланып һөйләйем. Ауылда йәшәгән кешеләр – ауылдың йәне ул. Ауылдың үҫеше, яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. “Айыҡ ауыл — 2026” республика конкурсы сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районының Һарт Шишмә ауылында район-ара ҡышҡы һабантуй үтте. Унда яҙғы сәсеү эштәре тураһында һүҙ барманы, ләкин байрам шулай уҡ халыҡсан, төрлө уйындар, күңел асыу менән ойошторолдо. Сарала Архангел, Ғафури, Иглин, Шишмә, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының ауыл биләмәләренән барлығы 11 команда ҡатнашты. Беҙҙең район данын Орловка ауылының биш кешеһенән торған йыйылма командаһы яҡланы. Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың күңелендә ярыш сәме, бәйге ҡомары ҡайнап торҙо. Йыйын программаһы бик бай ине: ҡатнашыусылар саңғы һәм хоккей, ҡар тәгәрәтеү, тюбингта шыуыу эстафеталарында, арҡан тартышыуҙа, гер күтәреүҙә һәм уҡ атыуҙа ярышты. Шулай уҡ бәйгеселәр таҡмаҡ әйтешеү ижади конкурсында ла көс һынашты. Ҡышҡы һабантуй ҡунаҡтары өсөн күҙ яуын алырҙай башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙың милли ҡул эштәре, биҙәүестәре, кейемдәре һәм аш-һыу күргәҙмәһе әҙерләнде. Сараның төп биҙәге булып урам сәхнәһендә ойошторолған концерт программаһы торҙо. Ҡырмыҫкалы районының ижади коллективтары һәм солистары сағыу һәм күңелле сығыштар әҙерләгән ине, уларға ҡушылып, ҡунаҡтар ҙа йырлап һәм бейеп күңел асты. Байрамға килеүселәр ҙур түңәрәккә баҫып, йыр башҡарҙы. Был күренеш бөйөк илебеҙҙең күп милләтле халҡының дуҫлығын һәм берҙәмлеген сағылдырҙы. Ниндәй һабантуй һый-ниғмәтһеҙ булһын инде? Тирмәләрҙә төрлө тәм-томдан һығылып торған табындарҙа асыҡ утта әҙерләнгән тәмле былау һәм хуш еҫле самауыр сәйе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Һабантуй еңеүселәрҙе тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Беҙҙең район командаһы барлыҡ ярыштарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы. Ҡышҡы һабантуй үткәреүгә һыуыҡ та, ҡарлы буран да ҡамасаулай алманы.
Венера Антипина, Орловка ауылы китапханасыһы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546