Инйәр
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март , 12:28

Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы

Район мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте.  

Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы
Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — 23 февралдә халҡыбыҙ Ватан һағындағы атайҙарҙы, ағайҙарҙы, улдарҙы байрам менән ҡотлай. Әммә беҙҙең осорҙа ҡәҙимге ирҙәр байрамы айырым бер юғары мәғәнә менән тула. Ватанды һаҡлаусыларҙың бөтәһенең – алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтеүселәрҙең, тылда беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн бөтәһен эшләүселәрҙең – берләшеү символына әйләнә.  

Уның дауамында ысын ил һаҡсыларын тәбрикләнеләр. Байрамға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, ветерандар һәм уларҙың яҡындары, район халҡы  йыйылды. Мәҙәниәт йорто фойеһында ҡунаҡтарҙы хәрби марштар башҡарған халыҡ тынлы оркестры ҡаршы алды. Килеүселәр өсөн хәрби-патриотик тематикаға һәм районда йәшәгән милләттәрҙең күп берҙәмлеген сағылдырған биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән сағыу күргәҙмә  ойошторолдо. Был мөһим датаға арналған тантана, ғәҙәттәгесә, Рәсәй, Башҡортостан һәм район  байраҡтарын залға индереүҙән башланды. Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин тәбрикләп: — Ватанды һаҡлаусылар байрамы — мөһим дата, сөнки был көндә беҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрәбеҙ, ил һаҡсыларының ҡаһарманлығына ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Бҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшкән, илебеҙҙе һаҡлаған геройҙарыбыҙҙы, һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алып үтмәү мөмкин түгел. Яу яланында, ил һағында торған яугирҙәргә күрһәткән батырлыҡтары, тыуған илгә булған һөйөүҙәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, — тине үҙ сығышында. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған “Тыныслыҡ һәм изгелек һағында”  исемле концерт программаһын күмәк балалы ғаиләләр башҡарыуындағы “Ватан нимәнән башлана” композицияһы асып ебәрҙе. Райондың ижади коллективтары хәрби-патриотик сығыштарын, йыр һәм бейеү номерҙары бүләк итте. Халыҡтар берҙәмлеген сағылдырып, башҡорт, рус, , татар, сыуаш үҙешмәкәр артистары сығыштары сараға айырыуса йылылыҡ һәм үҙенсәлек өҫтәне. Һәр концерт номерын тамашасылар дәрәрү алҡыштар менән оҙатты. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисә илһөйәрлек, берҙәмлек байрамына әүерелде. Сара юғары ойоштороу кимәлендә үтте, бөтә ҡатнашыусыларҙа һәм ҡунаҡтарҙа сағыу тәьҫораттар һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ҡалдырҙы.

Физәлиә Ғәниева.

Автор фотоһы.

Автор: Рахимов А.
Читайте нас