

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — “Айыҡ ауыл” конкурсы халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерә. Республикала бик күп кешеләрҙең айыҡ тормошто һайлауы – спорт менән шөғөлләнеүе, фестивалдәр һәм ярыштар үткәреүе, онотолған һөнәрҙәрҙе тергеҙеүе, балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнеүе, байрамдар ойоштороуы ҡыуандыра. Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылында “Айыҡ ауыл — 26” республика конкурсы сиктәрендә “Ҙур ҡышҡы ғаилә уйындары” һәм “Бәйге” ярышы үтте. Унда республика конкурсының район этабында еңеү яулаған Орловка ауыл биләмәһе командаһы ла ҡатнашты. Был ваҡиға Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Архангел райондарының төрлө йәштәге кешеләрен берләштереп, ҙур байрамға әйләнде. Бәйгеселәрҙең араһында берҙәмлек һәм милли рухты күтәргән “Минең ғаиләм ҡомартҡыһы” күргәҙмәһе, “Визит карточкаһы” конкурсы, “Күңелле старттар” ярыштары үтте. Орловка ауылынан Таңһылыу һәм Ринат Исламағоловтар ғаиләһенең берҙәм командаһы бөтә этаптарҙа ла тапҡырлыҡ күрһәтеп, бәйгелә 3-се урын яуланы. Башҡорт күпбәйгеһендә ҡатнашаҡан өс егет һәм ике ҡатын-ҡыҙҙан торған берҙәм команда төрлө дисциплиналарҙа: “Тарт‑эт”, “Ҡаҙаҡ ҡағыу”, “Арҡан тартыу”, “Таяҡ тартыу”, “Сәс үреү”, “Моҡай тауына тиҙлеккә күтәрелеү”, Суҡмар ырғытыу”ҙа үҙ-ара көс һынашты. Сығыштарҙың һөҙөмтәләре бөтә көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы: улар “Берҙәмлектә — көс” номинацияһындағы дипломға лайыҡ булды. Халыҡтың һаулығын, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, мәҙәниәтте үҫтереүгә, тормошто, көнитмеште яҡшыртыуға, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға һәм кешеләрҙе уға ылыҡтырыуға, үҫеп килеүсе йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙе һәм уларҙы насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалауҙы төп маҡсат итеп билдәләгән “Айыҡ ауыл — 26” республика конкурсының район-ара этабы уңышлы үтте.
Венера Антипина, Орловка ауылы китапханасыһы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546