Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Март , 07:15

Моңдар ҡайтһын ауылға...

Яңы йыл байрамы уңайынан ҡаралған оҙайлы ялдарҙың балаларҙың ҡышҡы каникулдары менән бергә тура килеүе ололарға һәм кескәйҙәргә  ваҡыттарын бергәләшеп файҙалы, күңелле үткәрергә булышлыҡ итте.

Моңдар ҡайтһын ауылға...Моңдар ҡайтһын ауылға...
Моңдар ҡайтһын ауылға...

Шул сәбәпле, мәҙәниәт йорттарында, ауыл клубтарында, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа төрлө саралар уҙғарылды. Районыбыҙҙың Аҙау, Ҡыҫынды, Көмәрле һәм Тирәкле ауылдары халҡы өсөн ошо көндәрҙә һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән “Хуш киләһең, яңы йыл” исемле бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим ителде. Уны яҡташыбыҙ, Ҡыҙғы ауылының танылған һәүәҫкәр йырсыһы Рәдиф Хужаев үҙенең дуҫтары Рәзил Ғәниев һәм Хәлит Насипов менән ойошторҙо. Тирәкле ауылында уҙған кисәгә халыҡ күрше Ҡурғаш, Баҡалды, Ҡыҙғы, Уҫаҡлы, Архангелдән йыйылған ине. Телевизор экранына ҡарап ултырып ялҡҡан кешеләргә һәүәҫкәр һәләттәр көсө менән ҡуйылған концертты ауылдаштары, дуҫтары, ғаиләләре  менән бергә йыйылып ҡарау – үҙе бер ҡыуаныс. Артистар, ауыл халҡын тормош мәшәҡәттәренән арындырып, өс сәғәт дауамында уларға рухи аҙыҡ бүләк итте.  Кисәлә заманса хиттар  менән бер рәттән ретро йырҙар яңғыраны: “Һандуғас”, “Батырҙар йыры”, “Яңғыҙлыҡ утында янмағыҙ”, “Пар алма”, “Ғүмерҙәр уҙа икән шул”, “Әсәң көтә һине, “Бәхет төнө, “Ел ҡапҡа, “Аллаға шөкөр”, “Кисерегеҙ беҙҙе, ҡайындар”  һәм башҡа бик күп йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлап, дәррәү алҡышланы, ҡушылып йырланы, рәхәтләнеп бейергә лә төштө. Берсә һағышлы ла, берсә дәртле лә әҫәрҙәр һөйөү, яуапһыҙ мөхәббәт,  илһөйәрлек, йәшлек темаларына арналды. Сығыштарына сағыу сәхнә кейемдәре менән йәм өҫтәгән, үҙҙәрен иркен тотҡан, һәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаған моңло тауыштары менән арбаған ир-егеттәрҙең алдағы көндәргә уй-хыялдары ҙур. Төркөм етәксеһе Хәлит Насипов ижади дуҫтары менән гәзит уҡыусыларын да  таныштырҙы: — Мин үҙем Илеш районынан. Өфөлә йәшәйем.  Рәзил Кушнаренкола тыуып-үҫеп, әлеге көндә ғаиләһе менән Туймазыла төпләнгән. Беҙ уның менән билдәле шәхес, композитор  Ризван Хакимовтың ансамблендә бер нисә йыл дауамында йырлап йөрөнөк. Шуға күрә, күпмелер дәрәжәлә сәнғәт өлкәһендә тәжрибәбеҙ бар, тип әйтә алам. Рәдифкә килгәндә, ул минең һеңлем Таңһылыуҙың тормош иптәше, кейәүем. Район халҡына яҡшы таныш. Әлеге көндә беҙ өсөбөҙ ҙә төҙөлөш өлкәһендә эшләйбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә, ижад кешеләре булараҡ, алдағы көндәрҙә йөрәктән сыҡҡан йыр-моңдарыбыҙҙы тамашасыларға бүләк итеү маҡсаты менән үҙебеҙҙең даими төркөмөбөҙҙө булдырыу тураһында хыялланабыҙ. Йәнә концерт алып барыусыһы, бейеүсе, музыкант, тауыш операторы менән тулыландырылыу тураһында ла уйлайбыҙ, — тигән пландары менән уртаҡлашты ул. Моңло, һәләтле артисттар менән осрашыу тамашасылар күңеленә  дауа булып, йәшәүгә дәрт өҫтәне. Уларҙың, мәҙәни усаҡтарҙы һүндермәй, артабан да ижади ҡомарҙарын һаҡлап ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

Физәлиә Ғәниева.

Таңһылыу Хужаева тарафынан ебәрелгән фотолар.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас