Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
25 Марта , 07:18

Икмәк булһа, йыр ҙа була...

Халҡыбыҙ борон-борондан игендәр йыйып алынғас, ҡурмас ҡурыу йолаһын башҡарыр булған   Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: —Традицияларҙы, милләт, тел, халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлектәрен һаҡлау  — беҙ алып барған дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Был милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар буйынса эштең мөһим өлөшө булып тора. Был ҙур дәүләт бурысы.  

Икмәк булһа, йыр ҙа була...Икмәк булһа, йыр ҙа була...
Икмәк булһа, йыр ҙа була...

Зилә Фәйзуллина, район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе: — Бөгөн дә республикабыҙ райондарында башланғыс алған “Ағинәйҙәр” ойошмалары йылдан-йыл ишәйә, камиллаша, үҫешә барып, киң ҡолас алды. Улар халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын, шөғөл-кәсептәрен, милли аш-һыуын, йыр-моңдарын тергеҙеп, ауылдаштарын, киләсәк быуынды өйрәтә.   Ҡурмас – халҡыбыҙҙа онотолоп барған боронғо  ризығы. Өләсәйҙәрҙән бойҙай ҡыҙҙыртып, кеҫәгә тултырып, көнбағыш урынына ҡытырлатып ашап йөрөгән мәлдәрҙе хәтерләйһегеҙме? Район мәҙәниәт йортонда атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкселегендәге “Ихлас”  фольклор төркөмө  һәм “Хазина” бейеү ансамбле ойошторған “Ҡурмас” фольклор-йола байрамы үтте. Унда районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан фольклор коллективтар ҡатнашты. Әйткәндәй, ошо йыйынға килгән рухлы ағинәйҙәр  ауылдарыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып, һәр сарала ҡатнашып, уға йәм өҫтәй, йән өрә. Райондағы башланғыстарҙы күтәреп алып, уны тормошҡа ашырырға ярҙам итеүселәр һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусылар ҙа ул ағинәйҙәр. Фойенан уҡ байрам мөхите бөркөлдө. Хужабикәләр ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алып, милли уйындар ойошторҙо. Йыйылыусылар милли биҙәүестәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе менән дә ҡыҙыҡһынып танышты. Теләүселәр дәртле көйгә ҡушылып, бейеп тә алды. Сараға мәртәбәлек өҫтәп, Республика ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан ғалим-фольклорсы  Гөлнур Хөсәйенова килде. Артабанғы тамаша сәхнәлә дауам итте. Байрамды ойоштороусылар “икмәк урыусыларға, ялан батырҙарына” төшкө ашҡа ҡурмас ҡурып, уны ҡул тирмәненән тартып, төшкө аш әҙерләне. Тамаша хеҙмәт кешеһен данлаған йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, шаян таҡмаҡтар менән үрелеп барҙы. Алып барыусылар Рәсимә Мөхәмәтйәрова һәм Шәүрә Фазылова ҡурмас тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштырҙы: — Ҡурмас — башҡорт аш-һыуының милли ризығы. Бурәт, ҡаҙаҡ, монгол, татар, үзбәк, сыуаш һәм башҡа халыҡтарҙа ла киң таралған. Уны бойҙайҙан, арпанан, һирәгерәк арыштан, борсаҡтан әҙерләйҙәр. Ғәҙәттә, елләтеп таҙартылған бөтәүләй бойҙай орлоғон аҙ ғына аҡ майҙа ҡыҙҙырып эшләйҙәр. Бойҙай сыртлап һикерә башлаһа, тимәк, ҡурмас әҙер тигән һүҙ. Ул тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Баллап та ебәрһәң, бөтөнләй хан һыйы килеп сыға. Йәнә тирмәндән үткәреп, талҡан оно, йәғни, талҡы ла тарталар.  Ҡоро килеш тә ашайҙар, йә әҙер ҡурмасты бутка, талҡан, өрә әҙерләү өсөн ҡулланып, уға бал йәки май ҡушып,   сәй эсәләр. Ҡурмас Ҡарғатуй, Наурыз, Нардуған, Сөмбөлә төрлө игенселек йолалары һәм мосолман байрамдары ваҡытында аш-һыу әҙерләү өсөн дә ҡулланылған. Иген үҫтереп көн күргән халҡыбыҙҙың был шөғөлө һәм йолалары ауыҙ-тел ижадында ла сағыла. Мәҫәлән, боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе Бөрйәндә яҙып алынған “Бабсаҡ менән Күҫәк” эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhы түбәндәгесә аңлатыла: “Төрлө ырыу бейҙәренә Мәсем хан күҙгә күренмәҫ бер йыртҡысты тотоп үлтерергә ҡуша. Ҡыпсаҡтарҙың Бабсаҡ бейе был бойороҡто үтәгәндә, Ҡараҡөлөмбәт уның үҙен һағалап тороп үлтереп, хан һәм башҡа бейҙәр тарафынан батыр тип таныла. Дошманы Ҡараҡөлөмбәт тарафынан үлтерелгән ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙең ҡатыны ауырындағы балаhы менән уның ҡулында ҡала. Ҡараҡөлөмбәтте үҙ атаһы түгеллеге тураһында имеш-мимеш хәбәрҙе ишеткән Күҫәк дөрөҫлөктө белергә теләй. Бының өсөн малай әсәһенән ҡурмас ҡыҙҙыртып ала һәм уны үҙ ҡулдары менән усына һалыуын һорай. Шул саҡ Күҫәк эҫе ҡурмасты тотҡан әсәһенең ҡулдарын үҙ ҡулдары менән ҡыҫып йомдора һәм серҙе сисеүен үтенә. Ҡулы бешеүгә түҙә алмаған ҡатын улына дөрөҫтө һөйләргә мәжбүр була. Дөрөҫлөктө белгәс, Күҫәк атаhы тип йөрөгән дошманы Ҡараҡөлөмбәттән үс алыуҙы тау башына мендереп, тереләй утта ҡурыу аша башҡара. “Ҡур” һүҙенең мәғәнәһенә килгәндә, башҡорт теленең hүҙлегендә ул түбәндәгесә аңлатыла: “ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеhе, ҡурбаш; башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая; ҡур аҡса, ҡур мал”. Был осраҡта “ҡур” — “башлап ебәреүсе”, “тоҡом башлаусы”, “нигеҙ hалыусы”, “барлыҡҡа килтереүсе”, “күбәйеүгә, таралыуға, үрсеүгә сәбәпсе” тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Ҡур — тимәк, дәрт итеү, хәрәкәт яһау һәләте. Йыйылыусыларға Гөлфиә Янбаева, Гөлнур Хөсәйенова һәм башҡа ҡунаҡтар сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Гөлфиә ханым ағинәйҙәрҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ мираҫы булған милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кейем, биҙәүестәрҙе, боронғо кәсептәрҙе, халыҡ ижадын, башҡорт телен  һаҡлап ҡалыусылар, тергеҙеүселәр һәм киләсәк быуынға тапшырыусылар булыуын билдәләп үтте. — Башҡорт халҡында элек-электән милли тәрбиә  йола һәм дин менән йәнәш атлап барыуын беләбеҙ. Әлеге көндә улар бер-береһен тулыландырып, үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә, — тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.  Ул “Киске Өфө” республика баҫмаһының яҙыулыусыларына китаптар тапшырҙы. Өфө ҡунаҡтарына Мөслимә Сәйғафарованың үҙ ҡулдары менән бәйләгән суҡлы шәлдәрен ябыуы үҙе бер матур күренеш булды. Район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина тарих биттәренә байҡау яһап, ҡурмастың тамырҙарын быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуы, тәүтормош заманынан билдәле ризыҡ икәнен, бигерәк тә ауыр һуғыш  һәм унан һуңғы йылдарҙа әллә күпме кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарыуы тураһында ентекләп һөйләне. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Жәлил Мөхәмәтйәнов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, “Ихлас” һәм “Хазина” төркөмө әүҙемдәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Райондың ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова телмәрендә бөгөн ирекмәндәрҙең төп хәрәкәт көсөн нәҡ ағинәйҙәр һәм ветерандар тәшҡил итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды Байрам һуңында ойоштороусылар залдағыларҙы ҡурмас, талҡандан ауыҙ иттерҙе. Был матур сара күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Башҡорт мәҙәниәтен һәм рухи мираҫын асыҡ сағылдырған, халҡының ҡунаҡсыллығын данлаған йыйын быуындар күсәгилешлеген һәм тарихи мираҫҡа һаҡсыл ҡарашын сағыу дәлилләне. Алдағы көндәрҙә бындай йолалар алтын бөртөгөләй  шытып сығып,  киләсәктә дауам итеүенә һәр кем  өмөт итте. Сараның төп маҡсаты — халҡыбыҙҙың элекке шөғөлдәрен, кәсептәрен тергеҙеп, уларҙы йәштәргә еткереү, тәжрибә туплау, аралашыу булды.

Физәлиә Ғәниева.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас