Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Март , 07:13

Халыҡ теләге тормошҡа ашты

Яңы Шишмә ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” (ППМИ-25) программаһы сиктәрендә  парк биләмәһендә төҙөкләндереү эшенең тағы бер өлөшө уңышлы тамамланды.

Халыҡ  теләге тормошҡа аштыХалыҡ  теләге тормошҡа ашты
Халыҡ теләге тормошҡа ашты

Ауыл ФАП-ы эргәһендә урынлашҡан был урынды бөтә кеше лә ярата дә. Биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск та ҡуйылған. Унда төрлө мәҙәни һәм күңел асыу саралары уҙғарыла, каникулдар мәлендә уйын майҙансығында балалар тауышы тынмай. Эргә-тирәһен быуа йәмләй. Липовка ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Халиҡов ошо көндәрҙә яңы шишмәләрҙең күптәнге хыялы тормошҡа ашыуы — урындағы властарҙың тырышлығы һәм ауыл халҡының ярҙамы менән асыҡ һауа аҫтында яңы сәхнәнең ҡалҡып сығыуы тураһында хәбәр итте. Программа ауылдың инфраструктураһын үҫтереүҙә һәм тышҡы күренешен тәҙәкләндереүҙә мөһим аҙым булып тора һәм.

Физәлиә Ғәниева.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас