Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
25 Март , 07:17

“Өфө һөйләй. Студияла – Наилә Ғәләүетдинова...”

Танылған диктор үҙенең күркәм юбилейын билдәләй Башҡорт радиоһының легендар дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ  Наилә Ғәләүетдинова ошо арала үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

“Өфө һөйләй.  Студияла – Наилә Ғәләүетдинова...”“Өфө һөйләй.  Студияла – Наилә Ғәләүетдинова...”
“Өфө һөйләй. Студияла – Наилә Ғәләүетдинова...”

Наилә ханым районыбыҙҙың Тирәкле ауылында тыуып-үҫкән. Әйткәндәй, дәүләт телерадиоһына эшкә ул бынан 60 йыл элек килгән һәм шул ваҡыттан алып һаман да радио тыңлаусыларҙы үҙенең бәрхәт, тәьҫирле тауышы менән ҡыуандыра. Башҡорт телен камил белеү, йомшаҡ, , хислелек, тәбиғилек, артислыҡ, яҡшы дикция  – былар барыһы ла тик Наилә Ғизетдин ҡыҙына хас һыҙаттар. Уҙған йылда  билдәле яҡташыбыҙ “Архангел районының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ булды. — Был минең өсөн иң юғары награда, – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Наилә Ғизетдин ҡыҙы.  Яҡташтарыма бөтә район халҡы алдында мине ҙурлауҙары  өсөн  рәхмәтлемен. Әйткәндәй, йыл һайын билдәле диктор тыуған ауылындағы Тирәкле мәктәбенә осрашыуға ҡайта. Уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙары, йәмәғәт эшендә һәм спорт өлкәһендәге еңеүҙәре   өсөн үҙе булдырған дәртләндереү премияһы тапшыра. Бала саҡтан һәр кемгә зәңгәр экрандар, радио тулҡындары аша яҡшы таныш булған Наилә Ғәләүетдинованың бала сағы Тирәкле ауылында үтә. Тыуған мәктәбендә бишенсе класты тамамлағандан һуң, ул Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәпкә уҡырға килә. Киләсәктә бары тик уҡытыусы һөнәрен һайларға теләгән ҡыҙ һигеҙенсененән һуң, дуҫ ҡыҙҙары әйҙәгәс, ҡыҙыҡ өсөн генә сәнғәт училищеһының актерҙар әҙерләү бүлегенә имтихан тотоп ҡарай. Һәм, ни ғәжәп, актриса карьераһы хаҡында хыялланған, һынауҙарға етди әҙерләнгән ҡыҙҙар конкурстан үтә алмай ҡала, ә Наилә һис ауырлыҡһыҙ студент булып китә. Был махсус урта уҡыу йортонда Рим Сыртланов курсы буйынса һөнәри белем ала. 1965 йылда йәш белгес Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетында, конкурс нигеҙендә диктор булып, хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. “Рәсәй радиоһы — Башҡортостан” архивында 1962 йылғы радиопьесаның үҙенсәлекле яҙмаһы һаҡлана. Унда Наилә Ғәләүетдинованың, ул ваҡытта Фазылова, йәш тауышы яңғырай. 1979 йылда ул Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында диктор оҫталығы курсын тамамлай. Оҙаҡ йылдар һөнәри байрамдарға, яңы йыл теле- һәм радиоконцерттарына арналған тапшырыуҙар, телевизор ҡараусылар һәм радиотыңлаусылар менән осрашыуҙар, Башҡортостан радиоһында “Шиғриәт минуттары”, “Һеҙҙең өсөн, ветерандар”, “Бөтә йөрәктән”, “Ваҡыт даръяһы” әҙәби-музыкаль һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып бара. “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында Наилә Ғәләүетдинова һөйләүендә  йәки уҡыуында башҡорт әҙиптәренең бик күп әҫәрҙәре яңғырай, олоһо ла, кесеһе лә уны көтөп ала. Башҡортостан радиоһының алтын фондына бихисап радиоспектаклдәре менән дә ингән. А.Островскийҙың “Бесприданница”, Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан”, Али Карнайҙың “Беҙ ҡайтырбыҙ” һәм башҡа яҙыусыларҙың ижад емештәре шуға асыҡ миҫал. Республиканың радиотапшырыуҙар өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Наилә Ғизетдин ҡыҙы 1981 йылда — Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы, 1993 йылда — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Ватан мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге өсөн 2020 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре почетлы исемдәренә лайыҡ була. Легендар диктор, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусы, үҙенең үҙенсәлекле тауышы, фиғыл-ҡиәфәте менән бер нисә дәүер символына әйләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшен дауам итә.

Физәлиә Ғәниева.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас