Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Март , 07:14

Ауыл сәхнәһендә — яңы йыл мажаралары

“Оскон”дарҙың  сығышы тамашасылар йөрәген яуланы Рәсәйҙә балалыҡтың ун йыллығы сиктәрендә Абҙан ауыл мәҙәниәт йортонда уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Осҡон” балалар театр коллективы тамашасылар хөкөмөнә Н.Бабичеваның “Эй, ноутбук, эләгерһең әле!” әкиәтен тәҡдим итте. 

Ауыл сәхнәһендә — яңы йыл мажараларыАуыл сәхнәһендә — яңы йыл мажаралары
Ауыл сәхнәһендә — яңы йыл мажаралары

Был сара туған телде үҫтереү, йолаларҙы һаҡлау менән бергә иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын да ҡуя. Йәш актерҙарҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары, ролдәрҙе килештереп уйнауҙары, һәр персонажға тура килгән сәхнә кейемдәре һайлауҙары, башҡорт телен яҡшы белеүҙәре яғынан һөйөндөрҙө. Кемдер ысын күңелдән шатланып, ыңғай образды кәүҙәләндерһә, кире геройҙар ролен уйнаусылар үҙ өҫтөнә алғандар уйланып, бурысын еренә еткерергә тырышты. Был йәш һәләттәрҙең юғары әҙерлек кимәле тураһында һөйләй. Төп ролдәрҙе башҡарыусы балаларҙың эшен билдәләп үтергә мөмкин: Индира Яҡшымбәтова тырыш һәм аҡыллы Ҡарһылыу ролен бик уңышлы уйнаны, Герда  (Камилла Ҡусҡарова) тамашасылар күңелен ихласлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән яуланы. Башҡа артистарҙың да мауығыпсығыш яһауы, хисләнеп һөйләүе залдағыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡыш бабай, мәкерле Бесәй, сағыу Мәскәй әбейе, өй эйәһе Кузя бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр персонаж юмор һәм йылылыҡ менән башҡарылып, сәхнәлә ысын байрам һәм тылсым мөхитен тыуҙырҙы. “Эй, ноутбук, эләгерһең әле”” спектакле Абҙан мәҙәниәт йортонда талантлы артистарҙың яңы быуыны үҫеп килеүен йәнә раҫланы. Уларҙың ихласлығы һәм һәләттәре һоҡландырҙы.  Киләсәктә уларҙың да һәр береһе үҙенең юлын табыр, тип ышанабыҙ.

Вәлимә Өмөтбаева, “Осҡон” балалар театры режиссеры.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас