Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Март , 07:24

Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам...

Борон ҡыҙҙар ҡул эштәрен аулаҡ өйҙә, кис ултырғанда ыратҡан. Ул йола XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында киң таралған.

Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам...Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам...
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам...

Был ғөрөф-ғәҙәт буйынса йәштәр хужалар өйҙә булмаған йортҡа, уйындар уйнау, ҡул эштәре эшләү маҡсатында, йыйылып ултырырған. Ҡыҙҙар унда сигеү сигеп, кейем тегеп, таҡмаҡ әйтешеп, бейеп күңел асып, һуң ғына таралышҡан, бер-береһен оҙатышҡан. Ҡайһы ауылдарҙа аулаҡ аҙнаһына бер генә ойошторолған, уны сиратлап саҡырып үткәргәндәр. Ҡайсаҡ унда егеттәр ҙә килгән. Йәш-елкенсәк, әлбиттә, япа-яңғыҙ ғына ҡалмаған, уларҙы, ғәҙәттә, еңгә, ҡарауыллаған. Ошо йоланы тергеҙеп, Көмәрле ауыл клубында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған “Аулаҡ өй”  фольклор байрамы ойошторолдо. “Ҡыҙҙар” янына “егеттәр” ҙә килеп етте. Уйын-көлкө, йыр-бейеү менән шаулап-гөрләп торҙо байрам. Аулаҡ өйҙәр ойоштороп, гармунға ҡушылып йырлашып, клуб иҙәндәренә һыу һибеп, ярышып бейегән саҡтар һәммәһенең күңелендә уйылып ҡалғандыр. Был кистә ҡунаҡтар шул саҡтарға яңынан әйләнеп ҡайтып, яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Күңелле йоланы һәр саҡ гармун биҙәгән. Байрамға килеүселәр уның көйөнә ҡушылып, йәшлек йылдарындағы йырҙарын, таҡмаҡтарын иҫкә төшөрҙө, “Балдаҡ һалыш”, “Наза”, “Ебегән”, “Дүртле” уйындарында ла ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ йомаҡтар ҡойҙо, мәҡәл, әйтемдәрҙә лә үҙ оҫталығын һанап ҡараны. Моңло йырҙар, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр һәр кемгә кәйеф өҫтәне. Йыр-моң, уйын-көлкө араһында “ҡыҙҙар” ҡул эштәре менән булышырға ла онотманы. Улар ил һаҡсыларына йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр әҙерләне. “Аулаҡ өй” күренеше халҡыбыҙҙың йолаларын иҫкә төшөрөүгә, уны яңыртыуға, уға яңы биҙәктәр өҫтәүгә һәм киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелде. Байрам гармун көйҙәренә тыпырҙашып күмәк бейеү, тәмле сәйҙәр эсеү  менән тамамланды. Хас та элекке “аулаҡ өй”ҙәрҙәге  һымаҡ...

Гөлнара Мырҙагилдина, Көмәрле ауыл мәҙәниәт йорто мөдире.

Автор тарафынан ебәрлген фото.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас